+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
12 Ғинуар 2023, 16:00

Бәлки ярҙамы тейер

Аяҡтарҙы көҙән йыйырыуҙың сәбәбе төрлө булырға мөмкин. Төнөн уңайһыҙ ятыу ҙа, ниндәйҙер ауырыу булыуы хаҡында ла иҫкәртергә мөмкин.

Бәлки ярҙамы тейер
Бәлки ярҙамы тейер

Аяҡты йыш көҙән йыйырһа, артыҡ ҡыҫып торған кейем кейергә тырышмағыҙ, сөнки ҡан тамырҙарына зыян килә. Был хәл төнөн булһа, аяҡтарҙы 10-20 минутҡа өҫкә күтәреп ятығыҙ. Ауыртыу тиҙ баҫылыр

Аяҡтарҙы көҙән йыйырғанда алма һеркәһе ярҙам итер. Көҙән йыйырыуҙың төп сәбәбе – калий етмәү. Калий запасын тулыландырыу өсөн көн һайын иртән 1 стакан йылы һыуға 2 аш ҡалағы алма һеркәһе, 1 сәй ҡалағы бал һалып эсергә кәрәк.

Нисек кенә булмаһын, был хәлдән ҡотолоу саралары бар. Бер ай буйы иртә-кис аяҡ табандарына, балтырҙарға лимон һуты һөртөп,  кипкәнсе тоторға кәрәк. Тәүҙә көҙән йыйырыу һирәгерәк күҙәтелә башлар. Тора-бара бөтөнләй юҡҡа сығыр.

Фото: vseglisty.ru

Автор:
Читайте нас: