-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
18 Ғинуар 2023, 11:00

Грипп мәлендә... ит ашағыҙ!

Аҡһым – мускулдар өсөн генә түгел, иммунитет күҙәнәктәре, төҙөлөш материалы һәм лейкоциттар эшсәнлеге өсөн бик мөһим. Ә улар – беҙҙең организмдағы вирустар һәм бактериялар менән төп көрәшселәр.

Грипп мәлендә... ит ашағыҙ!
Грипп мәлендә... ит ашағыҙ!

Табиптар инфекция ваҡытында тәбиғи аҡһымға өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, грипп эпидемияһы мәлендә һыйыр ите, тауыҡтың күкрәк итен, күркә ите ашарға кәңәш итәләр.

Белгестәр ҙә ундай аҡһымдың файҙалы икәнен раҫлай, ләкин үҫемлек аҡһымын да рационға индерергә индерергә ҡуша. Уларҙың иң файҙалыһы – ноҡот борсағы, тимәк, вируслы инфекциялар мәлендә беҙгә көн һайын ике төрлө аҡһым булған ризыҡтарҙы ашарға тырышырға кәрәк.

Грипп, ковид кеүек инфекциялар йоҡторорға теләмәүселәр өсөн табиптар бер нисә файҙалы кәңәш бирә:

  • минераль һыу эсегеҙ, инфекциялар уны яратамай;
  • көн һайын дөгө, ҡара бойҙай, һоло кеүек ҡатмарлы углеводтар ҡулланығыҙ, организмға энергия кәрәк;
  • майлы балыҡ ашағыҙ, ул Омега-3-кә бай;
  • температура күтәрелгән икән инде, сей түгел, ә бешкән йәшелсә-емештәр ашарға тырышығыҙ, ашҡаҙан-эсәк трактына ауырлыҡ килмәһен өсөн.

 

Фото: fitnessdergisi.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: