+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
19 Ғинуар 2023, 15:00

Организмды нимә ҡартайта?

Бәхетле булыу өсөн иң беренсе һау-сәләмәт булыу кәрәк. Ошоно иҫтә тотоп, түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ, үҙегеҙгә ғәҙәт итеп алығыҙ.

Организмды нимә ҡартайта?
Организмды нимә ҡартайта?
*Үтә ҡайнар аҙыҡ ашамағыҙ. Улай иткәндә, кеше эстән "һәләк була": зыянлы микробтар менән бергә файҙалыһы ла үлә, етмәһә, эстәге туҡымалар зарарлана-бешә, бигерәк тә ҡайнар аштан боҙғаҡ биҙе ныҡ зыян күрә, шул арҡала ауыҙҙан насар еҫ сығырға мөмкин. Аҙыҡ-түлектең эҫелеге 45 градустан ашмаҫҡа тейеш.
*Физик күнекмәләр эшләгәндә сүкәйеү - иң мөһимдәренең береһе, тубыҡ яҙылып ҡала. Ә аяҡтың бөгөлөшө 90 градустан артмаҫҡа тейешлеген беләһегеҙме? Иҙәнгә еткәнсе сүкәйгән ваҡытта ҡан тамырҙары ныҡ ҡыҫыла, һөҙөмтәлә варикоз, тромбоз һәм башҡа ауырыуҙар килеп сығыуы мөмкин.
*Ҡояшта артыҡ ҡыҙынмаҫҡа, иң күбе - 15 минут. Ультрафиолет нурҙары тәьҫиренән тире тиҙерәк ҡартая. Ҡыҙыныр алдынан Е витамины ҡабул итергә кәрәк.
*Сәсте ныҡ ҡыҫҡа ҡырҡтырыу кәрәкмәй. Ул - баш тиреһенең һаҡсыһы, беҙҙе йәй эҫенән, ҡыш һыуыҡтан һаҡлай.
*Һыуҙы икенсегә ҡайнатмағыҙ. Оҙаҡ ҡайнатҡан һайын уның файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Шулай уҡ белмәгән урындан һалҡын һыу ҙа эсмәгеҙ. Көнөнә күпме эсергә кәрәклеген хәҙер белмәгән кеше юҡ. Шулай ҙа 2 литрҙан артығы ярамай, сөнки ул организмдан файҙалы матдәләрҙе йыуып төшөрә башлай.
*Үҙегеҙ һәр саҡ яҡшы кәйефтә булырға тырышығыҙ. Насар уйҙар, асыу иммунитетты ҡаҡшата, һәр ауырыуға юл асыла, бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, һулыш алыу органдары тиҙ бирешә. Проблема бар икән, көйөп ултырырға түгел, ә уны хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Шулай уҡ асыу организмды тиҙерәк ҡартайта.
*Мөмкин булһа, көн һайын әҙләп сәтләүек ашағыҙ. Уларҙа Е витамины булғанлыҡтан, ҡартайыу процесы яйлана, ғүмер оҙая.
*Хәрәкәттә - бәрәкәт. Иммунитетты нығытыу өсөн күберәк йәйәү йөрөргә, лифттан файҙаланмаҫҡа, ябай ғына физик күнегеүҙәр эшләргә тырышығыҙ.
Был кәңәштәр мотлаҡ сәләмәтлегегеҙҙе нығытырға, кәйефегеҙҙе күтәрергә ярҙам итер тип уйлайбыҙ. Ауырымағыҙ!
 
Фото: sastavok.net
 
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2020-03-27/organizmdy-nim-artayta-657327
Автор:
Читайте нас: