+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
23 Ғинуар 2023, 17:00

Етен кеҫәле эсегеҙ!

1/3 стакан етен орлоғона һыу һалығыҙ һәм ут өҫтөнә ҡуйып, ҡайнатып сығарығыҙ. Һуңынан һыу ваннаһында сәғәт ярым тотоғоҙ.

Етен кеҫәле эсегеҙ!
Етен кеҫәле эсегеҙ!

Ҡайнатманы төнгөлөккә ҡалдырығыҙ ҙа иртәнге яҡта һөҙөгөҙ. Яҡынса 850 миллилитр кеҫәл кеүек шыйыҡлыҡ килеп сығырға тейеш. Уны 5 көн эсендә иртән ас ҡарынға һәм кисен ашар алдынан 1/3 стакан эсергә кәрәк.

Ыңғай һөҙөмтә күренһен өсөн кеҫәлде 15 көн эсеү һәм 3 айҙан дауаланыуҙы ҡабатлау мөһим.

Фото: Pinterest

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: