+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
24 Ғинуар 2023, 11:00

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡтың файҙаһы ҙур

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ - бик көслө дарыу, ул тәбиғи антибиотик булып тора. Уны ашап бер тәүлек үткәндән һуң организмға тәьҫире һаҡлана. Ул организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға ярҙам итә. 

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡтың файҙаһы ҙур
Ҡыҙҙырылған һарымһаҡтың файҙаһы ҙур
Һарымһаҡты табала ҡыҙҙырып йәки мейестә бешереп ашарға кәрәк. Былай әҙерләгәндә уның еҫе лә булмай, файҙалы күҙәнәктәре тулыһынса һаҡлана, еңел үҙләштерелә. Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, ҡан баҫымын көйләй, ашҡаҙан-эсәк трактын һәм ҡанды таҙарта. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәр өсөн дә уны ашарға тәҡдим ителә, сөнки ул матдәләр алмашыуын яҡшырта. Һарымһаҡты ашағандан һуң, күп итеп шыйыҡлыҡ эсергә тәҡдим ителә. Шулай ҙа һәр нәмәлә сама белеү кәрәк, артыҡ мауыҡмағыҙ.
 
Фото: zen.yandex.ru
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2020-01-06/y-yryl-an-arym-a-ty-fay-a-y-ur-636111
Автор:
Читайте нас: