-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
25 Ғинуар 2023, 12:00

Ауырығанда ярҙам иткән 7 ысул

Бал һәм лимон менән йылы сәй. Әгәр һеҙгә һалҡын тейгән икән, беренсе эш итеп, ҡара йәки йәшел сәй яһағыҙ. Уға 1 сәй ҡалағы бал һәм бер нисә телем лимон һалығыҙ. Файҙалы матдәләрен һаҡлап ҡалыу өсөн, бал һәм лимонды ҡайнар һыуға һалырға кәрәкмәй.

Ауырығанда ярҙам иткән 7 ысул
Ауырығанда ярҙам иткән 7 ысул

Йүкә сәскәләре менән ҡурай еләге сәйе. Йүкәнең кипкән сәскәләренән сәй ҡайнатығыҙ, уға кипкән еләк һәм ҡурай еләге япраҡтарын өҫтәгеҙ һәм 30 минут тотоғоҙ. Әгәр ҡурай еләге юҡ икән, уның ҡайнатмаһын да ҡулланырға була.

Гөлйемештән сәй. Бер кемгә лә сер түгел, гөлйемеш – С витамины сығанағы. Ваҡланган гөлйемештең кипкән емештәрен (3 аш ҡашығы) 0,5 литр ҡайнар һыуға һалып, төнгә термоста ҡалдырығыҙ. Ашарға 30 минут ҡала көнөнә 4 тапҡыр ярты стакан эсегеҙ.

Минераль һыу менән ҡайнар һөт. Әгәр һеҙҙә йүтәл барлыҡҡа килгән икән, минераль һыуға (Боржоми) ҡайнар һөт һалып эсегеҙ. Әлеге эсемлек ҡаҡырыҡ ҡубып сығыуға ярҙам итәсәк.

Һарымһаҡ менән һөт. Был эсемлек һеҙгә бер төн эсендә аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк. Йылы һөткә 10 тамсы һарымһаҡ һыуы һалырға һәм төнгә ҡаршы эсергә кәрәк.

Лимонлы имбир сәйе. Һалҡын көндәрҙә иммунитетты нығытасаҡ һәм эшкә һәләтлелекте арттырасаҡ. 1 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡашығы бал, 1 аш ҡашығы лимон һыуы, 0,5 сәй ҡалағы ваҡланған имбир тамыры һәм бер семтем дәрсен һалып болғатырға. Сәйгә бер аҙ кипкән бөтнөк япраҡтарын да һалырға була.

Ромашкалы сәй. Йүкә һәм бал менән бергә ромашка һалҡын тейеүгә ҡаршы яҡшы сара булып тора. Сәй әҙерләү: 1-әр сәй ҡалағы йүкә сәскәһе һәм ромашка алырға, 1 стакан ҡайнар һыу ҡушып ҡайнатырға, 20 минут тоторға һәм һөҙөргә. Көнгә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Бал өҫтәргә була.

Фото: dzenpw.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: