+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
30 Ғинуар 2023, 12:00

Күҙҙәр ни һөйләй?

Күҙҙәргә ҡарап, бик күп нәмәләр белеп була. Күҙҙең йыш йомолоуы – тамырҙарының насар, йә булмаһа ҡалҡан биҙенең  һәйбәт эшләмәүен күрһәтә.

Күҙҙәр ни һөйләй?
Күҙҙәр ни һөйләй?

Күҙ тирәһенең һарғылт булыуы – бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуын күрһәтә.

Күҙ тирәһендәге тире эскә батып, ҡоңғорт-ҡара төҫтә булһа, нерв ауырыуҙары, йоҡоһоҙлоҡ йөҙәтеүе, ҡан әйләнешенең боҙолоу билдәһе.

Әгәр коңғорт төҫтә икән – бауыр ауыртыу, эс ҡатыу.

Күҙ тирәһе гел ҡыҙарып торһа, хатын-ҡыҙҙа – һейҙеҡ ҡыуығының, ә ирҙәрҙә енес биҙенең ялҡынһыныуы хаҡында әйтергә мөмкин.

Күҙ тирәһендәге түңәрәктәр организмдың хәлһеҙләнеүе, ябығыуы тураһында һөйләй.

Фото: multiurok.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: