Ҡайын бөрөһөн (төнәтмә һәм ҡайнатмаларын) бронхит һәм трахеит ваҡытында – дезинфекциялау һәм ҡаҡырыҡ сығарғыс сара булараҡ, йөрәк ауырыуҙарынан килеп сыҡҡан шешенеүҙәрҙе дауалау өсөн – бәүел ҡыуҙырғыс (бөйөр насар эшләгәндә уны файҙаланырға ярамай), бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарынан ҡулланалар.
Бөрө ваҡ яраларҙы, бешкән, сейләнгән урындарҙы тиҙерәк төҙәтеү өсөн гигиеник ванналар яһағанда ҡулланыла.
Төнәтмә әҙерләү өсөн 10 грамм бөрөгә бер стакан һыу һалып, 15 минут ҡайнаталар. Көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡашығы эсергә кәңәш ителә.
Ҡайын бөрөһөн яҙ башында, бүртә башлағанда тәлгәше менән бергә йыялар. Уларҙы асыҡ һауала, йәки 25-30 градус йылылыҡта киптергестә киптереп, бөрөһөн айырып йыйып алырға кәрәк.
Фото: subscribe.ru