+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
19 Апрель 2023, 10:00

Күсмә медицина комплекстары юлға сыға

17 апрелдә, Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды – “сәләмәтлек поездары” алты маршрут буйлап юл тота. Был акция ярҙамында иң төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә медицина тикшереүе үтеү, тар йүнәлешле белгестәргә күренеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Күсмә медицина комплекстары юлға сыға
Күсмә медицина комплекстары юлға сыға

Акция республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған.

Күсмә медицина комплекстары 55 муниципаль район биләмәһендә эш алып барасаҡ. Уларға флюорографтар, маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары инә. Шунда уҡ ҡан анализдарын тапшыра аласаҡ.  

– Ошо алты маршруттан тыш, республика төбәктәрендә кардиология үҙәгенең күсмә медкомплекстары ла эшләй. Улар йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре күп булған, үлем осраҡтары йыш теркәлгән райондарға бара, – ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина. Шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының күсмә поликлиникаһы белгестәре лә райондарҙа йәшәүселәрҙең һаулығын тикшерергә сыға.

Акция бишенсе йыл рәттән үткәрелә. Дүрт йыл эсендә унда 340 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 153 меңдән артыҡ тикшереү үткәрелгән. 16 меңдән күберәк кешелә ҡайһы бер сирҙәр булыуға, 1390-ында яман шешкә тәү тапҡыр шик ҡуйылған, улар артабан тикшереүгә ебәрелгән.

 – “Сәләмәтлек поездары” теге йәки был сәбәп буйынса тулы тикшереү үтә алмаған кешеләргә ҙур ярҙам булып тора. Акция халыҡ һаулығын нығытыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән, – тип билдәләй “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

Акция 15 сентябргә тиклем барасаҡ. Ул Иглин районынан башлана. “Сәләмәтлек поездары”ның графигы менән Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында таныша алаһығыҙ: https://health.bashkortostan.ru/activity/27005/.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас: