+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
20 Апрель 2023, 11:00

Көнбағыш файҙалымы?

Урам буйында көнбағыш сиртеп йөрөгән кешеләрҙе, ғәҙәттә, бик яратып етмәйҙәр. Эшһеҙ бәндәләрҙең ҡылығы, тиҙәр был шөғөлдө. Мәктәптәрҙә лә йыш ҡына парта аҫтында өйөм-өйөм булып көнбағыш ҡабығы ҡала. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратҡан ризыҡтың файҙаһы бармы? Әллә ул зыянлымы?

Көнбағыш файҙалымы?
Көнбағыш файҙалымы?
Стоматологтар белдереүенсә, көнбағыш ҡабығын таҙартҡанда алғы тештәрҙең эмале ҡаҡшай, ә теш ҡуйҙырыу арзан хеҙмәт түгел.
Көнбағышта үҫемлек майы күп булыу сәбәпле, һимереүгә әүәҫ кешеләргә уны көнөнә 30-40 грамдан артыҡ ашарға кәңәш ителмәй.
Ә диетолог-табиптарҙың иҫәпләүенсә, 1 стакан, йәғни 100 грамм, көнбағышта 520 килокалория бар. Ул 800 грамм бешкән дөгө, 100 грамм грек сәтләүеге, 600 грамм бешкән макарон, 200 грамм икмәк, 100 грамм шоколад, 300—350 грамм бешкән ит, 400—450 грамм бешкән балыҡ ашауға тиң. Ошонан һуң әйтеп ҡарағыҙ инде көнбағыш файҙаһыҙ тип. Орлоғонда 50 процент үҫемлек майы бар, ул ҡандағы холестеринды арттырмай, ә, киреһенсә, кәметә, тимәк, атеросклероз үҫешенә тотҡарлыҡ яһай. Ҡартайыуҙы кисектерә. Көнбағышта арыш икмәгенә ҡарағанда алты тапҡырға күберәк магний бар. Белеүегеҙсә, магний йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген нормала тотоу өсөн бик кәрәк. Шулай уҡ баҡыр, цинк, селен кеүек файҙалы матдәләр ҙә бар көнбағышта.
Көҙгө эштәрҙе теүәлләп, ҡышҡы оҙон кистәрҙә телевизор ҡарап ултырғанда ауыл кешеләре белмәй сиртмәй икән уны. Хәҙер магазиндарҙа тышы таҙартылған килеш тә ҡаптарға тултырып һатыла көнбағыш. Тик барыбер мең кеше ҡулынан үткән орлоҡтарҙы сайҡатып, табала ҡыҙҙырып алыу ҡамасауламаҫ.
 
Фото: market.yandex.ru

 

 
Автор:
Читайте нас: