+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
27 Апрель 2023, 14:00

Тәмләткестәр батшаһы

Һарымһаҡ – донъялағы иң популяр йәшелсәләр­ҙең береһе. Пифагор уны тәмләткестәр батшаһы тип йөрөткән һәм, һәр ризыҡҡа йән өрөүсе үҫемлек, тигән. Һарымһаҡ тәмләткес кенә түгел, яҡшы дарыу ҙа. Составындағы калий, тимер, кальций, марганец, йод, фосфор, магний һәм цинк кеүек элементтар, төрлө кислоталар һәм ҙур күләмдәге аҡһым, Д, С, Р, В төркөмө витаминдары һаулыҡҡа ҙур файҙа килтерә. 

Тәмләткестәр батшаһы
Тәмләткестәр батшаһы

Һарымһаҡтың үҙенсәлекле еҫе һәм тәме ундағы аллицинға бәйле. Шундай бай составлы йәшелсә – елһенеүҙәргә һәм бактерияларға ҡаршы шәп сара. Аллицин организмды вирустарҙан аралаһа, фитонцид бактерияларҙың таралыуына юл ҡуймай. Һарымһаҡ иммунитетты яҡшы нығыта. Ул шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен киҫәтә – “насар” холестерин кимәлен кәметә, ҡан тамырҙарында тромб барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр раҫлауынса, һарымһаҡ хатта яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итә.
Әгәр ҙә тамағығыҙ ауырта башлаһа, был йәшелсәнән дарыу эшләгеҙ. Һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турағыҙ һәм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Бер сәғәт төнәткәс, марля ярҙамында һөҙөгөҙ. Тамағығыҙҙы көнөнә биш тапҡыр шуның менән сайҡатығыҙ.
Киҙеү һәм башҡа вируслы сирҙәрҙе булдырмау өсөн һарымһаҡтың бер тешен иҙегеҙ һәм марляға урап көнөнә ике-өс тапҡыр бер нисә минутҡа танау тишегенә тығып тороғоҙ.
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен киҫәтеү өсөн түбәндәге ысулды файҙаланығыҙ. Ярты литрлыҡ шешәнең өстән бер өлөшөн туралған һарымһаҡ менән тултырығыҙ. Өҫтөнә 50 – 60 процентлы спирт ҡойоғоҙ. Ҡараңғы йылы урында ике аҙна төнәтегеҙ. Көн һайын шешәне һелкетеп торорға онотмағыҙ. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан бишәр тамсы эсегеҙ.
Һарымһаҡ файҙалы икән тип, уны күпләп ашарға ашыҡмағыҙ. Бауыр, бөйөр, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәре, ашҡаҙанында сей яра булғандарға уны бик һаҡ ҡулланырға кәрәк.

Фото: 

https://www.ye02.ru/zd/9041-tmltkestr-batshay.html

Автор:
Читайте нас: