-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
28 Апрель 2023, 11:00

Шифалы үләндәр файҙаһы

Балтырған Балтырған ашҡаҙан-эсәк, бауыр, нервы, ҡурылдай астмаһы, тире ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла.

Шифалы үләндәр файҙаһы
Шифалы үләндәр файҙаһы
Уның составындағы шифалы матдәләр, эфир майҙары аш үҙләштереүҙе яйға һала, ағзаларҙы шлактарҙан таҙарта. Балтырғанды эс ҡатыу, артыҡ кислоталы гастрит менән яфаланғанда йыш ҡулланырға кәңәш итмәйҙәр. Ҡайнар һыуҙа сайҡатылған япрағын быуындар һыҙлағанда, мастит осрағында компресс итеп һалалар.
Бер ҡалаҡ ваҡланған балтырған япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа 2 сәғәт төнәтергә. Һөҙөргә. Ике сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
 
Күк сәскә
Сәскә атҡан мәлендә йыялар. Дауа өсөн таж япраҡтары ҡулланыла. Күк сәскә йөрәк һәм ҡан тамырҙары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы (пиелонефрит, цистит, уретрит) сирҙәрендә бәүелде, ә холецистит, холангит осрағында үт ҡыуыу сараһы булараҡ файҙалы. Ағзаларҙа һыу-тоҙ алмашыныуын көйләй.
Бер балғалаҡ киптерелгән күк сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Һыуынғас, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр, ашарға 15–20 минут ҡалғас, ике ҡалаҡ эсергә.
 
Фото: haibh.ru
Автор:
Читайте нас: