-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға петрушка ашарға ярамай. Был тәмләткес балаят­ҡыға тәьҫир итә, һөҙөмтәлә яралғы төшөүе йәки сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыуы ихтимал. ***

Ә һеҙ беләһегеҙме?
Ә һеҙ беләһегеҙме?

Виноградтың тик ҡыҙыл сортында антоциан һәм полифенол тигән матдә бар. Ул бауыр күҙәнәктәрен яңырта, ҡан баҫымын нормалләштерә, күҙәнәктәрҙең мембранаһы боҙолоуҙан һаҡлай.
***
Инжир –10 мең йылдан ашыу элек билдәле булған бик файҙалы емеш. Ул аш һеңдереү һәм нервы системаһына яҡшы йоғонто яһай, организмды таҙартыу, тыныс­ландырыу һәләтенә эйә. Бронхит, стоматит менән яфаланғандарға инжир ашарға кәңәш ителә. Был емештә 13 − 20 процент глюкоза бар, шуға ул организмға тиҙ генә күп көс бирә.

***

Кеҫәл – организмды таҙарта торған эсемлек. Әгәр ҙә унда емеш-еләк һалһағыҙ, витаминлы ла булыр. Төрлө шешеү процестары, хирургик операция үткәргәндәргә уны эсергә кәңәш ителә. Иммунитеты ҡаҡшаған хәлһеҙ кешегә ул көс бирә.
***
Миҙгелдең ошо ваҡытында күптәр күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Билдәле булыуынса, тәмле ризыҡ “бәхет” гормонын барлыҡҡа килтерә. Сәтләүек, шоколад, туңдырма ашаһағыҙ, 20 − 30 минуттан кәйефегеҙ күтәрелер.

Автор:
Читайте нас: