+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуҙғалаҡ

Әле ҡырҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡаҙылыҡ, ҡаҡы, балдырған кеүек шифалы ла, тәмле лә үләндәрҙең өлгөргән мәле. Рәхәтләнеп йыйып, аш, бәлеш бешерергә, салаттарға ҡушып ашарға мөмкин. Әскелтем генә ҡуҙғалаҡ та үҙенең тәме һәм шифалы үҙенсәлектәре менән юғары баһалана.

Ҡуҙғалаҡ
Ҡуҙғалаҡ
Уның составында С, В1, К, каротин, эфир майҙары, органик кислоталар, шулай уҡ кальций, магний, фосфор, тимер кеүек минераль матдәләр күп. Үҫемлектең йәш япрағы йомшаҡ органик кислоталарға бай.
Уны авитаминозды, анемияны дауалау һәм иҫкәртеү өсөн ҡулланалар. Ҡуҙғалаҡтағы С витамины организмда тимерҙе үҙләштереүҙе тиҙләтә, һөҙөмтәлә гемоглобиндың күтәрелеүенә булышлыҡ итә.
Халыҡ медицинаһында ҡуҙғалаҡ һутын ҡанды туҡтатыу сараһы булараҡ файҙаланғандар. Ҙур булмаған күләмдә ул үт ҡыуыу сараһы ла була ала. Бешерелгән ҡуҙғалаҡ япрағы төнәтмәһе лә шифалы: ул үт бүленеп сығыу процесын көйләй, ҡанды туҡтатыу өсөн яҡшы, шулай уҡ тирегә сабыртма сыҡҡанда һәм тән ҡысытҡанда файҙаһы ҙур.
Тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне эс киткәндә, бил ауыртҡанда һәм ревматизмдан яфаланғанда эсәләр. Колит, этероколит һәм башҡа ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, геморройҙан да файҙаһы бар. Климакс ваҡытында иң яҡшы сараларҙың береһе ул ҡуҙғалаҡ. Хатта Әбүғәлисина, климакс ваҡытында күберәк ҡуҙғалаҡ ашағанда ул еңелерәк үтә, тип иҫәпләгән.
Әйткәндәй, япрағы ни тиклем ҡартыраҡ булһа, унда ҡуҙғалаҡ кислотаһы шул тиклем күберәк йыйыла. Һәм уны күп ҡулланыу бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Шунлыҡтан бөйөр ауыртҡанда ҡуҙғалаҡ ашау тыйыла. Шулай уҡ эсәктәр елһенгәндә һәм туберкулездан да уны туҡланыу рационына индерергә кәңәш ителмәй.
Ҡуҙғалаҡтан бешерелгән аш шифалы матдәләргә бай булыуы менән яҙғыһын витаминдарға сарсаған организмға бик тә файҙалы. Ә бәлешенең тәме… телде йоторлоҡ!
Фото: В контакте.
 
Автор:
Читайте нас: