+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һарыҡ йөнөнөң файҙаһы нимәлә?

Халҡыбыҙ борондан һарыҡ йөнөн дауалау өсөн ҡулланған.Йөн ептең капилляр ҡан әйләнешенә ниндәйҙер йоғонтоһо бар, сөнки шешеү процессы капилляр ҡан әйләнеше яйланғандан башлана. Йөн еп шулай уҡ ҙур булмаған статик электр тогы сығанағы булып тора. Шуға ла ҡулдың беләҙегенә бәйләнгән йөн еп ҡан әйләнешен яҡшырта, ҡулдағы яраларҙы тиҙерәк бөтәштерә, тарамыш тартылғанда ярҙам итә.

Һарыҡ йөнөнөң файҙаһы нимәлә?
Һарыҡ йөнөнөң файҙаһы нимәлә?

Йөн – иң сәләмәт, гигиеник яҡтан иң таҙа, йылыны көйләүсе материал иҫәпләнә. Уның төҙөлөшө тирегә тын алыуға ҡамасауламай. Бынан тыш, уның шифалы сифаттары ла бар. Борон теш, баш, бил һыҙлағанда уларға йөн баҫҡандар. Етлекмәй тыуған балаларҙы ла һарыҡ йөнөнә һалғандар.

Тере һарыҡтан ҡырҡып алынған, йыуылмаған, буялмаған, химик матдәләр менән эшкәртелмәгән йөн хайуан балауыҙы – ланолин менән ҡапланған була. Ланолин йөн ауырлығының 12 процентын тәшкил итә. Был бик ҡиммәтле матдә, косметик майҙарҙың нигеҙе итеп ҡулланыр өсөн уны махсус табалар. Ланолин тән температураһында ирей һәм тирегә үтеп инә. Ул мускулдарға, быуындарға, умыртҡа бағанаһына тәьҫир итә, ауыртыуҙы баҫа, ҡан әйләнешен көсәйтеп ебәрә. Шуға ла йыуылмаған тәбиғи йөндән яһалған түшәктәр юғары хаҡ менән баһалана.

Фото: 1zoom.ru

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: