+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Тештәге таш – киң таралған проблема һәм хәҙерге заман стоматологияһы уны бөтө­рөүҙең төрлө ысулын тәҡдим итә. Тештәрҙе һәр саҡ яҡшы итеп таҙартып тороу мөһим. Әгәр ҙә гигиена талаптары үтәлмәй һәм тештәргә ултырған һоро-һары ҡатлам ваҡытында бөтөрөлмәй икән, периодонтит башланыуы ихтимал.

Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?
Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?
Был осраҡта инфекция тештең тамырҙағы каналы аша үтеп инеп, уның тышҡы ҡатламы һәм уны уратып алған туҡы­малар ялҡынһына. Бәхеткә күрә, был ҡурҡыныс сирҙе иҫкәр­теүҙең, йәғни тештәге таштарҙы бөтөрөүҙең тәбиғи сараһы бар.
Бының өсөн 40 г әстерхан сәтләүеге ҡабығы, бер стакан һыу кәрәк. Ҡабыҡты 20 минут һыуҙа ҡайнатырға һәм бер аҙ һыуытырға. Теш щеткаһын ун минут ошо төнәтмәлә ебетеп алғандан һуң, тештәрҙе ентек­ләп таҙартырға. Был процедураны көнөнә өс тапҡыр ҡа­батларға мөмкин.
Сәтләүек ҡабығы бактерия-ларға ҡаршы көрәшеү үҙен­сәлегенә эйә, шулай уҡ тештең эмаленә ултырған һары-һоро ҡатламдан арынырға булышлыҡ итә. Бы төнәтмә теш ҡаҙналары ҡанап йонсоған кешеләргә лә файҙалы.
 
Фото: tdayurveda.ru
Автор:
Читайте нас: