+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ынйы сәскә (ландыш)

Халыҡ медицинаһында уның сәс­кәһен, япраҡтарын, орлоғон ҡул­ланалар. Сәскә атҡан ваҡытта йыйырға кәрәк. Йөрәк-ҡан тамыр­ҙары сис­темаһы ауырыуҙарын дауалауҙа киң файҙаланыла. Йөрәк тибешен көйләй, ҡан әйләнешен яҡшырта. 

Ынйы сәскә (ландыш)
Ынйы сәскә (ландыш)
Шулай уҡ тынысландырыу, ауыртыуҙы баҫыу, бәүел һәм ҡан ҡыуыу, ялҡынһыныуға ҡаршы тороу һәм ҡан ағышын туҡтатыу көсөнә эйә. Ынйы сәскә ағыулы үҫемлектәр иҫәбенә инә, шуға күрә табип күҙәтеүендә генә ҡулла­нырға кәңәш ителә.

Төнәтмәһе

✔Ярты литрлыҡ банканың 3/4 өлөшөн сәскәһе менән тултырырға һәм өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡо­йорға. Ике аҙна төнәткәндән һуң кө­нөнә ике-өс тапҡыр 10 – 15 тамсыһын һыуға ҡушып эсергә.
✔Бер балғалаҡ киптерелгән сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә һәм көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә.
✔Яҙ көнө йөрәктең хәл­һеҙлеген һәм тибешенең йышайыуын яңы өҙөлгән сәс­кәнең төнәтмәһе менән да­уаларға мөмкин. 6 – 7 сәскәгә бер стакан һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсергә.
Иҫкәрмә! Ынйы сәскәһе ағыулы. Бауыр һәм бөйөр, йө­рәк һәм ҡан тамыр­ҙарының органик сирҙәре менән ауы­рыусыларға уны ҡулланыу тыйыла.
 
 
https://ye102.ru/articles/zd/2019-06-06/ynyy-s-sk-landysh-718112
Автор:
Читайте нас в