0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
20 Ноябрь 2023, 11:00

Эсәктәрҙе таҙартабыҙ

Кеше организмында эсәктәр мөһим роль уйнай – аш эшкәртеү барышында аҙыҡтан организм өсөн кәрәкле файҙалы матдәләрҙе юғалта. Организмдың дөрөҫ эшләүе эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә бәйле. 75 йыл ғүмерендә кешенең эсәктәре аша яҡынса 100 мең тонна аҙыҡ һәм 40000 литр шыйыҡлыҡ үтә. Һөҙөмтәлә унда бик күп ағыулы матдә туплана.

Эсәктәрҙе таҙартабыҙ
Эсәктәрҙе таҙартабыҙ

Өй шарттарында нисек эсәктәрҙе еңел генә таҙартырға һуң? 

Был маҡсатҡа һыналған рецепт бар. Уның өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй - кефир һәм ҡарабойҙай ярмаһы. Был ике аҙыҡ дөрөҫ яраҡлаштырылып ҡулланылғанда, бик шәп таҙартыу сараһына әйләнә: эсәктәрҙе, ҡан тамырҙарын таҙарта, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын көйләй, ҡандағы шәкәр күләмен кәметә. Өҫтәүенә артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн дә һөҙөмтәле сара һанала.

Шифалы эсемлекте кис ятыр алдынан әҙерләйбеҙ. Тәүҙә ҡәһүә онтағыста бер ҡалаҡ ҡарабойҙайҙы онға әйләндерәбеҙ. Уны бер стакан кефирға бутап һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртән ашарҙан ярты сәғәт алдан эсәбеҙ. Дауаланыу ваҡыты - 14 көн.

Ҡарабойҙай ярмаһын бөтөн килеш бутап та яһарға мөмкин. Алты ҡалаҡ ярмаға 200 мл кефир ҡойоп һигеҙ сәғәт һыуытҡыста тоторға кәрәк. Бүлмә йылыһында торһа, ярма тәмһеҙәйә. Кефирҙа бүрттерелгән ҡарабойҙайҙы әҙләп иртәнге аштан ярты сәғәт алдан ҡулланырға.

Фото:adfarm.ru

Автор:
Читайте нас: