+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
20 Ноябрь 2023, 14:00

Теш нилектән һыҙлай икән?

Теш ауырыуҙары – киң таралған сирҙәр­ҙең береһе. Уның менән теге йәки был кимәлдә кешеләрҙең 90 проценты самаһы ауырый.Ни өсөн тештәр ауырта һуң? 

Теш нилектән һыҙлай икән?
Теш нилектән һыҙлай икән?

Күп осраҡта быға үҙебеҙ ғәйеплебеҙ: ашағандан һуң теште таҙартмайбыҙ, табиптарға йөрөмәйбеҙ, эҫе аштан һуң һалҡын һыу эсәбеҙ. Күптәр теше менән сәтләүек яра, йә булмаһа, еп өҙә, ҡаты әйберҙе тешләп һындыра. Һөҙөмтәлә эмале зыян күрә һәм кариес­ҡа килтерә. Ҡаты әйберҙәрҙе теш менән ҡыҫҡанда ҡан тамырҙары ла ҡыҫыла, ә ҡан аша туҡлыҡлы матдәләр килмәгәс, теш үлә. Тештәр ныҡ булһын, һыҙламаһын тиһәк, ошондай насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға кәрәк.
Туҡланыу режимының да әһәмиәте ҙур. Ул кальций сығанағы булған йәшелсә-емешкә, һөт аҙыҡтарына бай булырға тейеш. Тештәр өсөн йомортҡа һарыһында, салатта күп булған Д витамины, гөлйемештә, лимон, помидорҙа күп булған С витамины бигерәк тә файҙалы. Ваҡытында ашамау, татлы ризыҡтар менән мауығыу ашҡаҙан-эсәк тракты, бауыр эшмәкәрлегенең үҙгәреүенә, ә был үҙ сиратында тештәрҙең ауырыуына килтерә.
Тештәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн мотлаҡ көнөнә ике тапҡыр теш пастаһы менән таҙартырға, ашағандан һуң һәр саҡ ауыҙ эсен сайҡатып алырға кәрәк.
Ҡайһы бер осраҡта теш ауырыуы баш ауыртыуына ла килтерә. Мәҫәлән, уның тамырында елһенеү усағы – гранулема булғанда. Ғәҙәттә, бындай теште дауалаһаң, баш ауыртыуы ла ҡул менән һыпырып алғандай бөтә лә ҡуя.
Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк, тештәр­ҙең боҙолоуына юл ҡуймағыҙ, ваҡытында табипҡа күренеп, дауалатып тороғоҙ. Хәҙер ауырттырмай ғына, укол һалып та дауалай­ҙар бит.

Фото: womanadvice.ru

Автор:
Читайте нас: