Һөткә ҡушыр өсөн башта куркуманан паста әҙерләбеҙ. 2 аш ҡалағы куркуманы 1 стакан һыуға һалып, бик яҡшылап бутайбыҙ. Әҙер ҡатнашманы талғын ғына утка ҡуйып, бутай-бутай 7 минут тирәһе, бер аҙ ҡуйырғансы ҡайнатырға кәрәк. Аҙаҡ, паста һыуынғас, быяла һауытҡа һалып, өҫтөн яҡшылап ҡаплап һыуытҡыста һаҡларға.
Әлеге файҙалы эсемлекте әҙерләү өсөн 1 сәй ҡалағы пастаны 1 стакан йылы һөткә һалып бутайбыҙ ҙа, тәменә ҡарап бер аҙ бал ҡушабыҙ. Был ҡатнашмны көнөнә 2 стакан эсәргә кәңәш ителә. Дауаланыу курсы - бер ай, йәки ай ярым.
https://dairagazite.ru/articles/auly-ur-bayly/2022-12-16/immunitetty-k-t-r-3075868