Һыуҙы кәстрүлгә ҡоябыҙ ҙа ҡайнататырға ҡуябыҙ. Һыу ҡайнаған арала банандарҙы тышынан әрсеп сәнске ярҙамында яҡшылап иҙәбеҙ.
Һыу ҡайнап сыҡҡас уттан алабыҙ һәм банан иҙмәһен өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡуйы ғына масса килеп сығасаҡ.
Артабан әҙерәк һыуытып алабыҙ һәм бал ҡушып болғатабыҙ.
Дарыу әҙер!
Көнөнә 4 тапҡыр 2-3 сәй ҡалағын ашарға кәңәш итәләр. 2-3 көн ҡулланғанда йүткереүегеҙ кәмер, яҡшыраҡ йоҡларһығыҙ. Сөнки бананда тынысландырыу әһәмиәтенә эйә матдәләр ҙә бар.
Сәләмәт булығыҙ!
Сығанаҡ: https://ejansura.ru/