Владимир Путин Рәсәй дауаханаларында ҡыҙылсаға, ҡыҙамыҡҡа һәм паротитҡа ҡаршы вакциналарҙың булмауын йомортҡаға ҡытлыҡ менән аңлатты. Сөнки тап ошо продукт препараттар етештереү өсөн сеймал булып тора. Мәсьәлә тиҙҙән хәл ителергә тейеш, тип вәғәҙәләне ул.
Фото: moybiznes.org