Был осраҡта шулай уҡ тән температураһы күтәрелеү, ҡан һәм бәүел анализдарында ялҡынһыныу булыуын күрһәткән үҙгәрештәр күҙәтеләсәк (лейкоциттар һәм эритроциттар күләме артыу). Шул уҡ ваҡытта бәүел менән бергә аҡһым юғалыу ҙа артасаҡ – тәүлегенә 0,15 граммға тиклем.
Әгәр бәүел анализы күрһәткесе яҡшы икән, бөйөрҙә ялҡынһыныу процессы булмай. Әгәр ҙә анализығыҙ нормала, температура юҡ икән, ауыртыу күҙәтелһә лә, проблема бөйөрҙә түгел тигән һүҙ. Дөйөм ҡан анализын да ҡарарға кәрәк, әлбиттә, ялҡынһыныу булғанда лейкоциттар күләме 9-ҙан да арта.
Фото: veltain.ru