Был хаҡта күҙ табибы, медицина фәндәре докторы Владимир Агеев иҫкәртә.
Уның әйтеүенсә, үҫтерелгән керпектәр күҙ ҡабағын йәрәхәтләргә һәм төрлө ялҡынһыныу процесстарына дусар итергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта офтальмолог әйтеүенсә, керпектәрҙе йәбештерә торған елем айырыуса хәүеф менән янай, күҙгә кергән осраҡта ул мөгөҙ ҡатламының (роговица) ялҡынһыныуына – кератит ауырыуына – килтерергә мөмкин.
“Был бик етди ауырыу, ул күҙҙең мөгөҙ ҡатламы тоноҡланыуынан һәм күҙ күреүсәнлеге кәмеүенән ғибәрәт, хатта һуҡырайыу осраҡтары ла теркәлгән”, – ти доктор.
Белгес шуна ла өҫтәй: үҫтерелгән керпектәр күҙ ҡабағының керпекле урынын йәрәхәтләргә мөмкин, ул осраҡта күҙ йәше пленкаһын булдыра торған бәләкәс кенә биҙҙәр функцияһы боҙоласаҡ. Был осраҡта күҙ алмаһын дымландырып тороусы күҙ йәше шыйыҡсаһы күләме кәмей, һәм “ҡоро күҙ синдромы” барлыҡҡа килә.
Фото: lenta.ru