-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәтрүшкәле сәй зыянлымы?

Был сәйҙе кем кенә яратмай икән? Уның сихәтле үлән булыуын әбей-бабайҙарыбыҙ бик яҡшы белгән. Әле лә ул халыҡ медицинаһында йыш ҡулланыла. Ҡыҙыл-алһыу төҫтәге мәтрүшкәнең составында (барлыҡ өлөштәрендә лә) аскорбин кислотаһы һәм дуплау үҙенсәлектәре булғанға уны нерв ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланалар.

Мәтрүшкәле сәй зыянлымы?
Мәтрүшкәле сәй зыянлымы?

Бер аш ҡашығы ҡоро үләнгә 1 стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, ут өҫтөндә ҡайнатып сығарырға кәрәк. Унан һуң тағы 10-15 минут һүрән утта тоталар. Һуңынан һыуытып һөҙөп ҡуйыла.

Был ҡайнатманы йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә лә эсергә була. Ул ваҡытта сирек стакан мәтрүшкә төнәтмәһенә бер сәй ҡалағы бал һалып эсеү кәңәш ителә. Депрессия, хәлһеҙлек мәлендә, арығанлыҡты бөтөрөү өсөн дә мәтрүшкә бик файҙалы. Бәләкәй сәйнүккә 1 сәй ҡалағы мәтрүшкә, 2-3 сәй ҡалағы йәшел сәй һалып, ҡаплап ҡуйырға кәрәк.

Ләкин мәтрүшкә зыянлы ла булырға мөмкин. Уның төнәтмәләрен йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға бөтөнләй эсергә ярамай. Табип кәңәшенән башҡа үҙ-үҙеңде дауалау менән дә шөғөлләнмәгеҙ!

Фото: taketea.ru

Автор:
Читайте нас: