+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Имунитетты нығытығыҙ!

Һалҡын тейҙереп, бик йыш ауырығандан һуң организм көсһөҙләнеп, иммунитет төшә. Уны хәлләндереп ебәреү өсөн ябай ғына халыҡ ысулдарын менән файҙалана алаһығыҙ.

Имунитетты нығытығыҙ!
Имунитетты нығытығыҙ!

*300 г балға 50 г ваҡланған әстерхан сәтләүеге ҡушып бутарға. Шуға тағы ла 3 лимон һуты һәм 100 мл алоэ һуты өҫтәргә. Был шифалы ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр балғалаҡ  ҡабырға.

*100 г инжирға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнап сыҡҡас  талғын утта 15 минут ҡайнатырға. Һуңынан ике сәғәт төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан  алда 100 мл эсергә.

*Бер ҡалаҡ мүк еләген иҙеп, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибергә һәм 200 мл ҡайнар һыу йә сәй ҡойорға. Мүк еләгенән әҙерләнгән сәй һыуһынды ҡандыра, арығанлыҡты баҫа, кәйефте күтәрә.

*Ҡарағат япрағынан әҙерләнгән сәй ҙә бик шифалы эсемлек. Ике ус ҡарағат япрағына 1 л ҡайнар һыу ҡойоп, 3 минут төнәтергә.  Әҙер үлән сәйен сынаяҡтарға ҡойоп, бал йә шәкәр өҫтәргә. Был шифалы сәй ҙә арағанлыҡтан ҡотолорға, организмды таҙартырға һәм көс өҫтәргә ярҙам итер.  

*100 г фундукты  табала ҡыҙҙырып алғандан һуң, он хәленә килгәнсе ваҡларға һәм өҫтөнә ярты литр ҡайнаған һөт ҡойорға. Бер аҙ һыуынғас, 2 ғалаҡ бал һәм бер семтем ванил өҫтәргә. Тағы 15 минут төнәткәндән һуң, көн дауамында  әҙ-әҙләп йотомлап эсергә.

* Һуғанлы-баллы шарап. 150 г ваҡ итеп туралған һуғанға 100 мл бал һәм 1 л ҡыҙыл шарап ҡушып бутарға һәм быяла  һауытта  ике аҙна төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп көнөнә 5 ҡалаҡ әҙ-әҙләп эсергә.

Фото: m.fotostrana.ru

С. Лотфуллина.

Автор:
Читайте нас: