+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эскән һыуҙың шифаһы

Кеше организмының 70 проценты һыуҙан торғанлығын һәр кем белә. Һәр ғәмәлдә сама кәрәк, тигәндәй, һыу эскәндә ошо һүҙҙәр хаҡында оноторға ярамай. Юғиһә ул күп булғанда, бөйөргә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына өҫтәмә ауырлыҡ төшә, ул юҡ икән, хатта кеше ғүмере өҙөлә.

Эскән һыуҙың шифаһы
Эскән һыуҙың шифаһы

Әйткәндәй, кеше олоғайған һайын организмда һыу миҡдары кәмей. Ҡартлыҡ – ул тән туҡымаларының һыуҙы тотҡарлау мөмкинлегенең түбәнәйеүе һөҙөмтәһе. Шуның өсөн дә һыу эсеү ҡағиҙәһен күҙәтеү бик мөһим.

Эсәр һыу шишмә йәки фильтрҙан үткәрелгән, газһыҙ, бер аҙ йылы булһын. Минераль һыу эсеү менән мауығырға ярамай. Составында тоҙҙар булған һыуҙы даими эскәндә бөйөргә ҡом-таш ултырыу һәм тоҙ алмашыныуы боҙолоу ихтималы бар. Шуға уны табип күрһәтмәһе буйынса ғына ҡулланығыҙ. Алкоголле эсемлек һәм ҡәһүә организмға файҙа килтермәй, киреһенсә, һыуҙы ҡыуып сығарыуға булышлыҡ итә. Консерваланған, төрлө газлы, шәрбәтле һуттарҙа шәкәр күп, шуға улар урынына йәшел сәй, еләк-емеш, үлән, имбирь төнәтмәһе эсеү яҡшы, организмдың өстән бер өлөшөн ошо эсемлектәр менән тулыландырырға мөмкин.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һау-сәләмәт ҡатын-ҡыҙға тәүлегенә – 2-2,5 литр, ә ир затына ошонан күберәк һыу эсеү зарур. Тик уны көн дауамында тигеҙ өлөштәргә бүлеп эсергә кәрәк. Тәүге стакан һыуҙы иртәнге аштан ярты сәғәт алда эсеү мөһим. Ашаған мәлдә аҙыҡты йотоу еңелләшһен өсөн ярты стакан һыу етә.

Фото: remontposobie.ru

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-02-24/esk-n-yuy-shifaly-bul-yn-3160241

Автор:
Читайте нас: