+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Өҫтәлегеҙҙән өҙөлмәһен

Һүҙ ҡабаҡ орлоҡтары хаҡында бара. Унда клетчатка күп булыу сәбәпле, эсәккә яҡшы йоғонто яһай һәм уның моторикаһын яҡшырта. “Ҡабаҡ орлоғон бөтә пенсионерҙар ҙа ашарға тейеш: эсәк эшмәкәрлеген, ҡан тамырҙарын, тирене, тырнаҡтарҙы һәм сәсте яҡшырта”, – ти белгестәр.

Өҫтәлегеҙҙән өҙөлмәһен
Өҫтәлегеҙҙән өҙөлмәһен

Был орлоҡтар шулай уҡ ҡан тамырҙарында холестерин тупланыуына һәм атеросклероз үҫешенә ҡамасаулай, инфаркттан ҡотҡара. Бынан тыш, ҡабаҡ орлоғондағы цинк һәм кремний имунитетты һаҡлай, тиренең һаҡланыу функцияларын яҡшырта, тырнаҡтарҙы һәм сәстәрҙе нығыта. Уны көнөнә 20 грамм ашау ҙа етә.

Фото: m.ok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: