-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
27 Февраль , 16:00

Тымау оҙаҡҡа һуҙылһа

Уға ҡаршы яҡшы көрәш саралары бар.

Тымау оҙаҡҡа һуҙылһа
Тымау оҙаҡҡа һуҙылһа

Тымау төшкәне һиҙелә башлау менән тиҙ арала аяҡтарҙы йылытыу хәстәрен күреү мөһим. Йоҡларға ятыр алдынан, тәүҙә аяҡтарҙы гәрсис ҡушылған ҡайнар һыуҙа тоторға, һуңынан тиҙ генә һалҡын һыу ҡойоп, яҡшылап һөртөргә һәм йөн ойоҡ кейеп, йылы юрған аҫтында ятырға кәңәш ителә. Шулай эшләгәндә һалҡын тейеүҙе еңел генә үткәреп ебәрергә була.

Өйҙә булғанда йөн ойоҡ эсенә гәрсис онтағы һибеп кейеп йөрөһәң, тымау тиҙ үтер.

Әленән-әле танау ярпыһын сәй содаһы ҡушылған йылымса һыу менән йыуырға кәңәш ителә.

Ромашка төнәтмәһе йә иһә аҡ шыршы майы тамыҙылған ҡайнар һыу менән ингаляция яһау ҙа ауырыуға ҡаршы яҡшы көрәш буласаҡ.

Тымау төшкәндең тәүге көнөндә үк, танауға бер нисә тамсы алоэ һутын тамыҙырға кәрәк.

Фото: dostami.ru               

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: