-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
29 Февраль , 12:45

Тәлгәш-тәлгәш – ҡыҙыл миләш

*Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул тән температураһын төшөрөргә ярҙам итә.

Тәлгәш-тәлгәш –  ҡыҙыл миләш
Тәлгәш-тәлгәш – ҡыҙыл миләш

*Йүтәлдән дә ярҙам итә. Миләштә бактериялар артыуға ҡаршылыҡ булдырыусы еләк-емеш кислоталары күп.

*А витамины һаны буйынса миләш кишерҙән ҡалышмай. Көн һайын бер аш ҡашығы миләште (ҡайнатмаһын да ярай) йогурт, ҡатыҡҡа ҡушып ашай алаһығыҙ. Сөнки бета-каротин һөт майҙары менән яҡшыраҡ үҙләштерелә. Күҙ күреме өсөн айырыуса яҡшы.

*Миләштә нерв системаһын нығытырға ярҙам итеүсе, стрестарҙан һаҡлаусы, йоҡоно яҡшыртыусы В төркөмө витаминдары бар. Миләш ҡандың ойоусанлығын яҡшыртыусы К витаминына бай. Тромбоз ҡурҡынысы булғанда уны ашамағыҙ.

*Әселеге бөтһөн өсөн, миләште кырауҙан һуң йыялар. Бындай емеште шундук эшкәртергә кәрәк. Һыуыҡ төшкәнсе йыйған миләште бер-нисә тәүлек туңдырғыста тотоп тәмләндерергә була.

Фото: funnyart.club

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: