+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дөгө менән дауаланабыҙ

Был ысулды электән белеп ҡулланғандар, ыңғай һөҙөмтәһе лә тиҙ күренгән.

Дөгө менән дауаланабыҙ
Дөгө менән дауаланабыҙ

Кемгә нисә йәш, шунса ҡалаҡ дөгө ярмаһы алып, йыуабыҙ ҙа банкаға һалып өҫтөнә ҡайнап йылымысланған һыу ҡоябыҙ. Банканы ябып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртән һыуҙы түгеп, өймәләм бер ҡалаҡ дөгөнө тоҙһоҙ һыуҙа 3-4 минут бешерәбеҙ. Уны ас ҡарынға иртәнге 7.30-ға тиклем ашарға кәрәк. Ҡалған дөгөгә тағы йылымыс һыу ҡойоп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ярма бөткәнсә шулай һәр иртән ашайбыҙ.
Был юл менән таҙарыныуҙың сере ябай: дөгөнөң крахмалын йыуғас, ярмала бүлкәттәр барлыҡҡа килә һәм улашҡаҙанда түгел, ә эсәктә эшкәртелә, ундағы кәрәкмәгән бысраҡты тышҡа сығара. Ябай итеп әйткәндә, ул абсорбент кеүек тәьҫир итә.
Ошо рәүешле бер курс дауаланыуҙан һуң таҙарынып ҡына ҡалмай, йәшәреү ҙә күҙгә бәрелә.
Бер шарты бар: дөгө ашағандан һуң өс сәғәт буйы эсмәҫкә һәм башҡа ризыҡ ашамаҫҡа.

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: