+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ярты йөрәк менән тыуған...

Новосибирск ҡалаһының Е.Н. Мешалкин исемендәге Милли медицина үҙәге табиптары йөрәк ауырыуы менән яңы донъяға килгән сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалған.

Ярты йөрәк менән тыуған...
Ярты йөрәк менән тыуған...

Патологияны яралғының үҫеш стадияһында уҡ билдәләгәндәр. Ҡатынға йөклөлөгөн туҡтатырға кәңәш итәләр, ләкин ул баш тарта һәм ҡатмарлы операцияға тотонорлоҡ табиптар эҙләй башлай. Йәш әсәне балаһын тыуҙырырға Новосибирскиҙың перинаталь үҙәгенә саҡыралар. Сабыйҙы донъяға килеү менән Мешалкин үҙәгенә күсерәләр һәм тыуғандың өсөнсө тәүлегенә үк операция яһайҙар.

Хирургтар бер интервенцияла бер нисә ҡатмарлы процедураны башҡара, һөҙөмтәлә, баланың йөрәгендәге етлегеп бөтмәгән өлөшө тулыһынса тергеҙелә. Сабыйҙы ике аҙна реанимацияла ятҡандан һуң, палатаға күсерәләр. Унда ул бер ай буйы кардиологтар күҙәтеүе аҫтында була. Баланың йөрәк-үпкә эшсәнлеге нормалләшкәс, сабый әсәһе менән бергә дауаханан сығарыла һәм улар өйҙәренә, Марий Эл республикаһына ҡайтып китә.

Фото: https://www.meshalkin.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: