+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағай бөрөһө

Ҡарағай бөрөһөндә ыҫмала, С, В12, К, Р витаминдары, рутин, эфир майы, минераль тоҙҙар, микроэлементтар күп. Уны иртә яҙҙа, бөрөгә тулыша башлағанда ғына йыйырға кәңәш ителә. Сайыры ла яҙ көнө әҙерләнә.

Ҡарағай бөрөһө
Ҡарағай бөрөһө

Тын юлдары ауырыуҙарынан, цистит һәм бөйөр сирҙәренән ҡарағай бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмә файҙалы. Бының өсөн 10 грамм бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, 30 минут ҡайнаталар. Һуңынан һөҙөп алғандан һуң, тәүге кимәлгә еткәнсе ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Был төнәтмәне көнөнә 3 – 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.

Һалҡын тейеп ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда ҡарағай бөрөһөнә бал ҡушып төнәтмә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 100 грамм бөрөгә 2,5 литр һыу ҡойоп, һыуы 0,5 литрға тиклем кәмегәнсе ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң 250 грамм шәкәр ҡушырға, һыуынғандан һуң 250 грамм бал өҫтәргә кәрәк. Дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә.

"Һаулығым - байлығым" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: