+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Калийға бай - дөгө

Сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыусылар өсөн дөгө ярмаһы – иң файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡтарҙың береһе. Ул – минераль матдәләргә һәм клетчаткаға бай ҡатмарлы углеводтар сығанағы.

Калийға бай - дөгө
Калийға бай - дөгө
Дөгөнөң туҡлыҡлылыҡ сифаты уның төрөнә бәйле. Мәҫәлән, көрән ярма аҡҡа ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ. Дөгө составының 78 проценты углеводтарға тап килә. Ярмалағы ҡатмарлы углеводтар мускул туҡымаларын энергия менән тәьмин итә, организмда тупланған көндәлек май һәм шәкәр нормаһын кәметә. Дөгөлә А һәм С витамины юҡ, әммә унда В төркөмөнә ҡараған бөтә витамин бар. Бигерәк тә тиамин, рибофлавин, ниацин һәм В6 витаминдары нервы системаһын нығытыуға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Кеше организмында яңы күҙәнәктәрҙең бүленеп сығыуы өсөн талап ителгән һигеҙ аминокислота бар. Был ярмала аллергия тыуҙырған үҫемлек аҡһымы юҡ.
Дөгө тиҙ үҙләштерелә һәм организмды төрлө шлактан таҙарта. Был ярманы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, бауыр сирҙәре менән, артыҡ ауырлыҡтан яфаланған кешеләргә тәҡдим итәләр.
Дөгөлә һөйәктәр өсөн файҙалы һәм тән яраһындағы ҡан ағышын туҡтатыуҙа булышлыҡ итеүсе кальций ҙа етерлек. Уның составында фосфор, цинк, йод һәм тимер кеүек сәләмәтлек өсөн мөһим матдәләр күп.
 
Фото: imghub.ru
Автор:
Читайте нас: