+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ураҙа ғәйетенә тәмле гөбәҙиә

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 2 йомортҡа, 300 миллилитр һөт, 200 грамм аҡ май, 100 грамм маргарин, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сүпрә, 1 ҡалаҡ шәкәр, он.

Ураҙа ғәйетенә тәмле гөбәҙиә
Ураҙа ғәйетенә тәмле гөбәҙиә

Эслек өсөн кәрәк буласаҡ: 350-400 грамм ҡорот, 1-1,2 килограмм бүрттерелгән дөгө, 200-300 грамм йөҙөм йәки башҡа емештәр, 10 йомортҡа, 350-400 грамм аҡ йәки һары май һәм таба майлау өсөн 50 грамм май.

Әҙерләнгән ҡамырҙы майлы табаға һалалар. Гөбәҙиәнең төбө ебеп йомшармаһын өсөн ҡамыр өҫтөнә башта бүрттерелгән дөгө һалына, шунан ҡалын итеп  ҡорот һәм тағы ла дөгө өҫтәлә. Артабан дөгө өҫтөнә 6-8 миллиметр ҡалынлығында ҡаты итеп бешерелгән һәм ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа, тағы бер ҡат дөгө, уның өҫтөнә парҙа йомшартылған йөҙөм, күрәгә, һөйәктәре (төштәре) алынған ҡара емеш йәки өрөк һалалар. Эсенә бик күп итеп май һибәләр ҙә өҫтөнә йоҡа ғына итеп йәйелгән ҡамыр ябып, табалағы ҡамыр менән менән сит-ситтәрен семетеп йәбештерәләр. Мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөн дә майлайҙар һәм валсыҡ һибәләр. Әгәр мейес артыҡ ҡыҙыу булһа, гөбәҙиәнең өҫтө ҡыҙарғас, һыуҙа еүешләтелгән ҡағыҙ ябалар.

Гөбәҙиә 50 минут тирәһе бешә. Уны табынға ҡайнар килеш, өлөштәргә бүлеп бирергә кәрәк.

Фото: rbsmi.ru

Автор:
Читайте нас: