Ғәҙәти һыу ярҙамында таштарҙы иретеп була, тип уйлаусылар өлөшләтә дөрөҫ. Әгәр ҙә кеше күберәк һыу эсһә, һейҙектәге тоҙ кимәле кәмей һәм ҙур булмаған таштар иреп сыға. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк, ҡайһы бер таштар хатта дарыуҙар ярҙамында ла иремәй.
Лимон һәм мүк еләге һуты эсергә кәрәк, тип кәңәш итеүселәр ҙә хаталана. Лимон кислотаһы ашҡаҙан-эсәк трактында кальцийҙы үҙләштереүгә ҡамасаулай. Әммә таштарҙы бер ҡасан да иретмәй. Оҙайлы ваҡыт әсе һут эскән кеше гастрит, ашҡаҙандың сей яраһы кеүек сирҙәр “хужаһы”на әүерелеүе лә бик мөмкин.
Бәүел ҡыуыусы үләнле сәйҙәргә пихта майын ҡушып эсһәң, таштар бөтә, тип әйтеүселәр ҙә яңылыша. Киреһенсә, бөйөрҙә таш булғанда ундай сәй менән артыҡ мауығырға ярамай. Таш тик ятҡанда дауалау талап ителмәй, бары даими тикшерелеп торорға һәм махсус диета тоторға кәрәк. Ә һәр саҡ бәүел ҡыуыусы үләндәр эсһәң, таштың урынынан шыуыуы ихтимал. Был көслө ауыртыуҙар тыуҙыра, елһенеү процесы башлана.
К. ИШБУЛДИНА әҙерләне.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-28/b-y-r-d-tash-bul-anda-2672707