-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һөйәл үләне (чистотел)

Мәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡанлы үлән, сөйәл (һөйәл) үләне (руссаһы чистотел, бородавник) – күп йыллыҡ ағыулы үҫемлек. Бейеклеге бер метрға етә. Май-август айҙарында һары сәскә ата, июль-октябрҙә орлоғо өлгөрә. Сәскәһенең һутлы шыйыҡсаһында физиологик әүҙем алколоидтар, каротин, аскорбин кислотаһы бар.

Һөйәл үләне (чистотел)
Һөйәл үләне (чистотел)

Бына шуның менән тәндәге сөйәлдәрҙе, йәрәхәт­тәрҙе, тире ауырыуҙарын бөтөрә. Был үләнде киптерһәң, уның һутлы шыйыҡсаһы кибеп юҡҡа сыға. Шуға күрә халыҡ медицинаһында уның тө­нәтмәһен яһайҙар. Төнәтмә бауыр һәм үт ҡы­уығы ауыртҡанда ыңғай һөҙөмтә бирә. Әммә үләндәге алколоидтар бик ағыулы, компо­нент­тарҙың һеҙгә медицина күрһәтмәләре буйынса ярамауы ла бар, шуға уны һеҙҙе дауалаған табип менән кәңәшләшмәйенсә ҡулланыу тыйыла.

*Ярты литр ара­ҡы ике өлөшкә бүленә, тәүҙә шуның 150 грамы ярты литрлы банкаға тыңҡыслап төйөп тулты­рылған үлән өҫтөнә ҡойола, ике аҙна төнәткәндән һуң, һығып алынған 150 грамм (!) дарыулы шыйыҡлыҡҡа ҡалған өлөшө өҫтәлә.
 
*Дарыуҙы башҡаса яһарға ла була. Өс литрлы быяла банкаға сөйәл үләнен тығыҙлап тултырып, шуға ярты литр араҡы һалып, 20 көн төнәтеп, тамсылар һанын 1-ҙән башлап 40-ҡа тиклем арттыра барып, 41-се көндән башлап көн һайын берәр тамсы кәметеп эсеп дауаланыусылар бар икән.
 
Фото: blotos.ru
 
 
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: