-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кеше ашамай тора ала, ә һыуһыҙ - юҡ!

Кеше организмы ла күпселек һыуҙан тора. Шуның ике процентын ғына юғалтһа ла, ул һыуһай, тамағы кибә. Ә 6 – 8 процентын юғалтһа, аңын юғалтыр хәлгә етә. 10 процент һыу юғалһа,  галлюцинициялар башлана, ризыҡты йотоу ауырлаша. Ә инде кешегә 12 процент һыу етмәһә, ул үлә.

Кеше ашамай тора ала, ә һыуһыҙ - юҡ!
Кеше ашамай тора ала, ә һыуһыҙ - юҡ!

*Ерҙә сөсө һыу 3 процент ҡына, уның да күп өлөшө – боҙҙарҙа. Тик 1,1 проценты ғына эсергә яраҡлы.

*400 миллиондан ашыу кеше  һыу етмәгән төбәктәрҙә йәшәй, миллиардтан ашыу кеше хәүефһеҙ эсәр һыуға  мохтажлыҡ кисерә, 850 млн кеше баҡсаларға һәм баҫыулыҡтарға һибергә һыу етмәгәнлектән асыға.

*Йылына 2 миллиондан ашыу кеше эсәр һыуҙың бысраныуына бәйле ауырыуҙарҙан үлә. Үҫешкән илдәрҙә  сирҙәрҙең 75 проценты ашарға бешерергә һәм эсергә яраҡһыҙ һыуҙан барлыҡҡа килә

*Кеше организмы 60 – 70 процентҡа  һыуҙан тора, ә баланыҡы – 80 проценҡа.

* Кеше һыуһыҙ 3 – 5 көн генә йәшәй ала.  Үҙ ғүмерендә ул  уртаса 35 тонна һыу эсә.  

 *Үҙ ғүмерендә һәр кем һыу үткәргес аша килгән һыуҙан яҡынса 420 стакан тоҙ һәм бысраҡ ала.

Автор:
Читайте нас: