Йоҡлай алмай ятҡанда, фисташканан ауыҙ итегеҙ! Уның составында йоҡоға талдыра торған магний, аҡһым, В6 витамины бар.
Даими рәүештә уны ашаған кеше тыныслана, арығанлыҡтан ҡотола, стресстарға бирешмәй.
Фисташка йәшелерәк булған һайын сифатлыраҡ һанала. Ул А, В1, Е витаминдарына, тимергә лә бай. Шулар иҫәбенә ул организмды нығыта, йөрәк тибешен яйға һала, баш мейе, бауыр эшсәнлегенә ыңғай тәьҫир итә, ҡанды таҙарта.
Фото: mustafakebab.ru