-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Белгестәр әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарға гемоглобин нормаһы – 120–140, ир-егеттәргә – 131–173, үҫмерҙәргә (18 йәшкәсә) 112–153 г/л тәшкил итә. Уның кимәле төшһә, организмыңда көйһөҙлөк көт тә тор. Нишләргә?

Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Дөрөҫ туҡланырға кәрәк.

Гемоглобинды күтәрергә түбәндәге ризыҡтар ярҙам итә: бауыр (хатта тауыҡ бауыры булһа ла ярай), диңгеҙ балығы (йылғаныҡы булһа, карп, шүкәне һайлағыҙ), ҡара йә ҡыҙыл ыуылдырыҡ (яһалмаһын алып ҡуймағыҙ), йомортҡа (бигерәк тә һарыһы файҙалы, ныҡ бешкән булмаһын), әсе шоколад (һүҙ тәбиғи “ҡара” шоколад хаҡында), петрушка (уның яңы өҙөлгәне шәп тә, тик миҙгел бөттө, моғайын, туңдырырға ла һалғанһығыҙҙыр).

Ауырымағыҙ, һыҙланмағыҙ, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: muzoktcrb.ru

Автор:
Читайте нас: