+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төҫө матур тип ҡыҙыҡма

Төҫлө аҙыҡ-түлектең кәйефкә һәм организмға йоғонтоһо ҙур икәне сер түгел. Хатта билдәле диетологтар йәшелсә-емеште төҫөнә бүлеп, кешегә файҙаһын иҫәпкә алып махсус диеталар булдырған. Әммә магазин кәштәләрендәге сағыу йәшелсә-емеште һатып алыр алдынан етештереүсеһенә иғтибар бирергә тәҡдим итә белгестәр. Тап уларҙа пестицидтар күп булыуы ихтимал. Тәү сиратта был алмаға ҡағыла. Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән сағыу емеште түгел, ә үҙебеҙҙә үҫкәнен алырға кәрәк.

Төҫө матур тип ҡыҙыҡма
Төҫө матур тип ҡыҙыҡма
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының орлоҡсолоҡ буйынса әйҙәүсе агрономы Фирҙәүес Аҫылбаева әйтеүенсә, ҡыш мәлендә һатылған еләктән, уны балаларға ашатыуҙан баш тартырға кәрәк. Ысын, зарарһыҙ еләк бары тик йәй миҙгелендә генә һатыла. Ошо уҡ кәңәште виноградҡа ҡарата ла бирергә була.
Болгар боросо хәҙер йыл әйләнәһенә кәштәнән төшмәй. Был матур, эре йәшелсәләрҙең боҙолоп ятҡанын күргәнегеҙ бармы? Шуға уны ашауҙан да баш тартығыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, бер бороста 15-тән ашыу пестицид табырға була.
Ғөмүмән, магазин кәштәләренә килеп ятҡан йәшелсә-емеште һаҡлыҡ менән алығыҙ. Үҫемлектәрҙе пестицидтар менән эшкәртеүҙән етештереүселәр бер ҡасан да баш тартмаясаҡ. Шуға йәшелсәне һәйбәт итеп йыйыуға кәрәк. Был осраҡта пестицидтарҙың 60 проценты йыуылып төшәсәк. Тағы ла емештәрҙең тышын әрсеү – һәйбәт ысул. Бешереү ҙә был йәһәттән уларҙы зарарһыҙландыра. Ғөмүмән, үҙ баҡсаңда үҫтерелгән йәшелсә-емеште генә ҡурҡмайынса ашарға була.
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-11-19/t-matur-tip-y-y-ma-621667
Автор:
Читайте нас: