-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эҫе булһа ла ҡыйын...

Ниһайәт, эҫе көндәр ҙа етте. Йәй булғас, шулай булырға тейештер ҙә инде, тик бына тирләтеп йонсота. Бәлки, ашауҙы сикләргәлер? Әллә сәй, һыу, һут кеүек шыйыҡлыҡтарҙы аҙыраҡ эсергәме? Ә ниндәй гигиена сараларын ҡулланырға? Һыуһынды нисек ҡандырырға? Был һорауҙарға дерматолог яуап бирә.

Эҫе булһа ла ҡыйын...
Эҫе булһа ла ҡыйын...
Тир бүленеүе - организмдың мөһим функцияһы. Уның ярҙамында һыуынабыҙ, һыу-тоҙ балансы көйләнә, токсиндар сығарыла. Тир, күҙҙәрҙәге керпектәр кеүек, бер үк функцияны башҡара - тире эсенә микробтар эләкмәһен өсөн тәндә һаҡлағыс ҡабыҡ барлыҡҡа килтерә.
 
Әсе тир еҫе сығып, кешеләрҙең кәйефен боҙмаҫ өсөн дөрөҫ туҡланырға кәрәк, тип иҫәпләй табип. Эҫелә кофены, татлы аҙыҡ-түлекте аҙыраҡ ҡулланырға, газлы эсемлектәр, тәмәке, алкоголь, әсе продукттар менән мауыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Нимә ашайбыҙ - беҙ шул, тимәк, нисек туҡланыуыбыҙға ҡарап, беҙҙән шундай еҫ аңҡыясаҡ. Табиптар йәшелсә, емеш-еләк, башаҡлы үҫемлектәрҙе күберәк файҙаланырға ҡуша.
 
Эҫелә иң яҡшыһы – тәбиғи эсемлектәр. Һыу, кеүәҫ, лимонлы сәй, еләктән яһалған морстар һыуһынды ҡандыра. Артыҡ ныҡ тирләйһегеҙ икән, бер ниндәй дезодорант та һеҙгә ярҙам итмәҫ.Тиргә батыуҙың сәбәбен бары табип ҡына асыҡлай ала. Уның эндокрин, нервы системалары сирҙәре, шәкәр диабеты билдәһе булыуы ихтимал.
 
Йәйге селләлә синтетик туҡыманан тегелгән кейем кеймәҫкә тырышығыҙ, сөнки ул тиҙ һыулана һәм насар еҫле. Иң яҡшыһы – кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейем, ул дымды йота, тән тиреһе ҡоро ҡала, һәйбәт елләй. Тирҙән ҡотолоу өсөн гигиена талаптарын үтәү мөһим. Иртәле-кисле душта ҡойоноу файҙалы, тәнегеҙгә төрлө сабыртмалар сыҡмаҫ.
 
Автор:
Читайте нас: