-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Күҙлектәр хаҡында

Бер аҙ билдәле факт. Күҙлек кейеүсе миллионлаған кеше күҙлектәрҙе ташлап, үҙенең күреү һәләтен терегеҙеү мөмкин икәнлеген белмәй. Медицина институттарында һаман булһа Герман Гельмгольцтың, күҙ мускулдарының хрусталикты ҡыҫыуы арҡаһында фокус аралығы боҙолғанлыҡтан, кеше насар күрә, тигән иҫкереп бөткән концепция буйынса уҡыталар. Икенсе төрлө әйткәндә, хрусталик идара ителеүсе линза тип ҡарала. 

Күҙлектәр хаҡында
Күҙлектәр хаҡында

Икенсе, хәҡиҡәткә яҡын фекер авторы Уильям Бейтс әйтеүенсә, мускулдар хрусталикты түгел, ә фотоаппараттағы шикелле тотош күҙҙе ҡыҫа, шунлыҡтан бөтөн күҙ алмаһының фокус аралығы үҙгәрә. Әгәр кеше даими рәүештә күҙлек кейеп йөрөһә, күҙ мускулдары көсһөҙләнә һәм күҙлек быялаһы улар өсөн эшләй башлаясаҡ. Был ғына ла түгел, ошо арҡала йылдан-йыл күреү һәләте юғала бара, ә был кешегә уның һайын көслөрәк линзаға рецепт яҙып биреүҙе дауам итәләр. Күреү һәләтен тергеҙеү өсөн мускулдарҙың ҡайһыһын махсус күнегеүҙәр ярҙамында көсөргәнештән арындырырға, ә икенселәрен күнектерергә кәрәк. Бындай күнегеүҙәрҙең бер ҡатмарлығы ла юҡ, һеҙ уларҙы интернеттың киң массалар өсөн ябыҡ "эзотерик" әҙәбиәтенән таныша алаһығыҙ. Интернеттан шулай уҡ профессор В.Г.Ждановтың лекциялары менән дә ҡыҙыҡһынырға була. Ул кешеләрҙе күҙлектәрҙән ҡотолорға өйрәтә. Шул арҡала профессор рәсми медицина әһелдәре тарафынан эҙәрлекләүҙәргә лә дусар ителде. Ә ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Сөнки бөгөн донъя буйынса күҙлектәр һатыуҙан ғына ла 50 млрд доллар табыш алына!.. Тағы бер аҙ билдәле аҡыл хаҡында. Бөгөн аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә киң ҡулланылған тәмләткес - натрий глютаматы күҙҙәр өсөн - ағыу, ул күҙ селтәрен тарҡата. Шуның өсөн составында ошо "тәмләткес" булған ризыҡты һатып алырҙан алда уйлағыҙ: был һеҙгә кәрәкме?

В.Зеландин.

https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6129

Фото: doktor52.ru

Автор:
Читайте нас: