+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәмәке тартыу ғәҙәте

Ул үҙе үк организмға төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә, ә инде шуның өҫтөнә алкоголь дә ҡулланыу икеләтә тиҙерәк емергес зарар килтерә. Уларҙың үлемесле зарары күп төрлө, был хаҡта ҡабатлап тороуҙан бер мәғәнә лә юҡ, ә бына аҙ билдәле эҙемтәләрҙең береһе - облитерация, йәғни ҡан тамырҙарының тығылыуы, бөтәшеүе хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китеү кәрәктер.

Тәмәке тартыу ғәҙәте
Тәмәке тартыу ғәҙәте

Ҡан тамырҙары шартлай һәм эшләүҙән туҡтай. Тәмәке төтөнө составындағы 200-ләп ағыулы матдә ҡанға эләгә һәм ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына килтерә. Ә бындай хәлдең эҙемтәһе - микроинсульт һәм микроинфаркт. Һуңғы сиктә ул аяк-ҡулдарҙа гангрена барлыҡҡа килтереүе бик ихтимал. Шул сәбәпле күптәрҙең аяҡ-ҡулдары ҡырҡып ташлана һәм улар инвалидҡа әйләнә. Инвалидтар бик күп, ләкин уларҙа бер кемдең дә эше юҡ. Ә бына ғүмере буйына тәмәке тартҡан берәү йөҙ йәшкә етә икән, ул бөтөн донъяға билдәлелек ала. Ни өсөн? Сөнки ундайҙар ни бары берәү-икәү генә - бына ни өсөн. Тимәк, ғүмер буйы тартып-эсеп тә йөҙ йәшкә етеп була тип уйлау - ул миллиондан бер осраҡҡа ғына тап килә. Зыянлы ғәҙәттәрегеҙ менән көрәшеүҙән файҙа юҡ. Әгәр һеҙ был көрәште туҡтатаһығыҙ икән, һеҙ иреклегә әйләнәһегеҙ. Яман ғәҙәттәрҙән ҡотолоуҙың бер генә юлы бар: үҙеңде икенсе өлкәлә һынап ҡарау. Әгәр ошоға тиклем һеҙ араҡы менән тәмәке төтөнө системаһын аҫраған булһағыҙ, хәҙер иһә бынан арынып, алдығыҙға икенсе маҡсат - үҙегеҙҙең һаулыҡты нығытыу бурысы менән шөғөлләнеүгә күсегеҙ. Бөтөн уйҙарығыҙ, иғтибарығыҙ һәм ниәттәрегеҙ фәҡәт һаулыҡты нығытыуға, сәләмәт, шат кәйефле, дәртле булырға, элекке яман ғәҙәттәрегеҙҙән таҙарыныуға йүнәлтелгән булырға тейеш. Ихтыярығыҙҙы көсләмәгеҙ, ә талғын ғына сәләмәт йәшәү рәүешенә күсегеҙ.
Наркотик һәм алкоголгә бәйлелекте табиптар ғәҙәттә сир тип атарға ярата, сөнки улар был "сир"ҙе дауалауҙы бурыс итеп ҡуя, ә кешене һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырыуҙы түгел. Айырманы һиҙәһегеҙме? Наркомания ла, алкоголизм да сир түгел, әгәр шулай булһа, эскелеккә битараф булмаған миллионлаған халыҡтың барыһын да дауаханаға һалырға тура килер ине бит! Яман ғәҙәттәрҙе ташлауы бер ҙә ауыр түгел. Ә бына һеҙ бала саҡтан килгән ғәҙәт - үле хайуандар итен ашауҙан тыйылып ҡарағыҙ. Был күпкә ҡыйыныраҡ.

Фото: vk.com

https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6129

Автор:
Читайте нас: