-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаныбыҙҙы ҡуйыртмайыҡ!

Организмға һыу етмәгәндә, ҡан үҙенең шыйыҡлыҡ запастарын бирәсәк, тимәк, ҡуйырасаҡ, ә быға юл ҡуйырға ярамай. Шуға был осраҡта ярҙам итеүсе түбәндәге ризыҡтарҙы ашарға йәки эсергә кәңәш ителә.

Ҡаныбыҙҙы ҡуйыртмайыҡ!
Ҡаныбыҙҙы ҡуйыртмайыҡ!

Куркума, дәрсен (корица) һәм имбир ҡан тамырҙарын һығылмалы итә, ҡан баҫымын төшөрә, ҡан ойошоуҙы кәметә.

Һарымһаҡ антиоксиданттарға бай, ҡандағы холестеринды кәметә, йөрәк-ҡан ауырыуҙарын дауалауҙа ярҙам итә.

Балыҡ (айырыуса диңгеҙҙекеләр) тромбоциттар тупланыуға ҡамасаулған файҙалы майлы һелтеләргә бай.

Еләк-емештәрҙән ҡара еләк (черника), ҡурай еләге, хөрмә ҡан ҡуйырыуҙы кәметә, уның тамырҙарын нығыта.

Шулай уҡ ҡан составын яҡшыртыуҙа сөгөлдөр, алма һеркәһе, какао, әсе шоколад, көнбағыш, һуған, сейә, ер еләге, лимон да ярҙам итә.

Фото: proza.ru                                                                              

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: