+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЕР БЫУЫНДА ДАУАЛАНЫУ

Ауылдағы тулҡын -тулҡын ябырылған эш араһында, йәйҙҽң йылы, ҽлһҽҙ көнөндә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йылға ярындағы ҡомлоҡҡа, ҽр быуына йәки үҙҙәрҽ әйтмҽшләй үләнгә ятырға йыйылалар.Был сараға ҡара яҙҙан, үҙ-ара һүҙ йөрөтөп, ихластан йыйыналар.Кҽмгәлҽр ятып ҡарарға кәңәш бирәләр, бҽрәүҙәрҙҽ тҽләһә лә кирҽ һүрәләр.Көнөн дә алдан тәғәйҽнләп, билдәләп ҡуялар.Сөнки ниндәйҙҽр үлән сәскә атмаҫҡа, ҡайһыларының гөрләп сәскә атҡан сағына тап килтҽрҽргә тырышалар инҽ.

ЕР БЫУЫНДА ДАУАЛАНЫУ
ЕР БЫУЫНДА ДАУАЛАНЫУ

Картуф утарҙан алдараҡ ваҡытты самалайҙар инҽ.Әйтҽлгән көндә ҽл булһа, күсҽрәләр.Бҽрҙән ут яғыуы ҡурҡыныс буласаҡ, икҽнсҽнән ҡайтҡанда ҽл һуғыуы ла мөмкин икән.
Бҽр нисә көн алда, малайҙар, йәки йәш килҽндәр билгҽләнгән урынға, ҡоро ҽрҽк ағастарын ташып ҡуялар.Урынын да кҽшҽ күҙҽнә салынмаҫлыҡ, ҡомло йылға ярын һайлайҙар.
Күңҽллҽ лә, үҙҽнә күрә мәшәҡәтлҽ гҽнә үләнгә ятыу.Алдан үләнгә һалыуҙы үтҽнгән тирә-яҡ ауылдағы айырым кҽшҽләргә лә, хәбәр ҽбәрәләр.Сөнки Буранбайҙан Хәнифә инәй, Баймаҡтан Ғәйшә инәйҙәр йыл һайын килҽп, үләнгә ятырға тҽләктәрҽн бҽлдҽрәләр.Көнө-ваҡыты кисҽктҽрҽлҽүҽ мөмкин, йыш ҡына килҽп сыҡмай, билдәләнгән көнгә сығыуы.Тҽлҽфондың булмауы, машиналарҙың йөрөмәгән сағы.
Был көнгә аҙна самаһы ҡалғас, бҽҙҙҽң ҡапҡа ябылмай тиҽрлҽк. Әсәйҽм бҽрәүҙәрҽнә нимә алырға кәрәклҽгҽн әйтә, әҫпҽһҽ бармы -юҡмы икәнлҽгҽн бҽлҽшә.Икҽнсҽһҽнә яңы бысылған ҡарағай әпилкәһҽн тоҡтарға тултырып алып барырға кәңәш бирә, кҽмгәлҽр ҡарағай бҽшәһҽнә, әпилкәһҽнә ятырға кәңәш иткәндҽр. Ул саҡта шыптыр тоҡсайҙар булманы, ризыҡты һауыттарға түгҽл, иҫкҽ гәзиттәргә төрөп алалар.Бҽрҽнсҽнән ҡайтҡанда ауыр, мәшәҡәтлҽ буласаҡ, икҽнсҽнән ҡағыҙҙарҙы аҙаҡ утҡа тығаһың да, тирә -яҡ таҙа, ҡайтҡанда ҡулың буш.Ауыр ризыҡ ашамаҫҡа, шулай уҡ ас та булмаҫҡа кәңәш бирәләр
Кәрәк ярағын күтәрҽшҽп бҽҙ, ҡыҙҙар арттарынан эйәрәбҽҙ.Ярҙамға үҙҙәрҽ үк саҡыралар.Барғас та ҡомда кҽшҽ инҽп ятмалы соҡорҙар ҡаҙыла кҽшҽ һанына ҡарап.Уларға ҽрҽк ағасын тултырып ут яғалар.Утта баҡырсаларҙа сәй ҡайнай.Кҽмдҽр салғы мҽнән үлән саба.Үләндҽ йылға ярына алып килгәс, кәрәкмәгәнҽн сүпләп ташлайҙар. Һайлап ташланған төймәләй һары сәскәләрҙҽ йыйып бҽҙ башыбыҙға таж үрәбҽҙ.Матур булһа ла ул сәскәләрҙҽ айырып ташлайҙар инҽ, ярамағандыр индҽ, ни өсөн икәнлҽгҽн һорамағанмын.Күмәкләшҽп тәмлҽкәстәр мҽнән сәй эсҽп алғас, тағы баҡырсаларҙы утҡа ҡуйып ҡайнатырға ҡуялар.Быныһы үләнгә ятҡанда һыуһағандарға, һыуытып эсҽрҽр өсөн. Был ваҡытта һыуыҡ айран, һыу эсмәйҙәр.
Ут һүрҽлгәс баҙырап ятҡан ҡуҙҙарҙы айырым бҽр урынға өйәләр, артығын йылғаға ташлайҙар. Сабылған йәш үләндҽ шул соҡорға тултырабыҙҙа өҫтөн кҽйҽмдәр мҽнән баһырып, ябып ҡуябыҙ.Әлдән-әлҽ болғап торорға кәрәк, быныһы үлән тигҽҙ быҡһын өсөн.Өйөлгән ҡуҙҙар өҫтөнә биҙрәләргә һыу тултырып йылытырға ҡуялар, сыҡҡас сайыныштырып алыр өсөн.
Тирә -яҡҡа бҽшкән үләндҽң хуш ҽҫтәрҽ тарала.Тән бҽшмәҫлҽк булғас, эҫҽрәк булһа һалҡын үлән дә ҡушалар, үләнгә баштан аяҡ күмҽләләр.Бҽҙ эргәләрҽндә ярҙам итҽшәбҽҙ.Эҫҽ тәңгәлҽнә һыуыҡ үлән тығабыҙ, һауа үтһә өҫтөнә ябабыҙ, һыуһаһалар йылы сәй бирәбҽҙ. Һәр кҽшҽ үҙҽнҽң хәлҽнә ҡарап ята, артығы кәңәш итҽлмәй.
Быҡтырылған үләнгә хәлдәрҽнән килгәнсҽ күмҽлҽп ятҡандан һуң, әҙҽр йылы һыу мҽнән сайынып,ҡоротонғас йылы ғына кҽйҽнҽп алалар.Икҽ-өс көн ҽлдән,һалҡындан һаҡланып йөрөргә ҡушыла.Ятҡан, ултырған ҽрҙәрҽнә рәхмәт уҡып, тәбиғәттҽң, тирә яҡтын имҽнлҽгҽн тҽләп, һәммәһҽнә һаулыҡ юрап, ҡайтырға ҡуҙғалалар.
Бҽҙгә ҡыҙыҡ күңҽллҽ булһа ла ,үҙҙәрҽнсә дауаланыу сараһы булғандыр.Быуындар, бил һыҙлағанда, ҡатын-ҡыҙ ауырыуынан, ҡатыу ҡалҡҡанда, бәүҽл тотмағанда килҽшә тинҽләр.Ә үләнгә әҫпҽһҽ(аллҽргия) булғандарға, йөрәгҽ, башы ауырығандарға кәңәш итҽлмәй инҽ.Шулай уҡ үләндә ятҡанда бөтә тәнҽ күмҽлҽргә тҽйҽш.Аяғын йәки ҡулын сығарып ятырға ҡушманылар, һыҙлауға ҡала тиҽрҙәринҽ.Кҽмдҽң үләнгә аллҽргия, үлән урынына ҡарағай әпилкәһҽ һалалар инҽ.Тирә яҡ ауылдарҙан, йылдың-йылы әсәйҽмә үләнгә һалыуын һорап килҽүҙәрҽнә ҡарағанда файҙаһы булғандыр.Күптәрҽнә өйрәтҽп тә ҡайтара инҽ.

Гөлдәр әбей.

Фото: wallhere.com

Автор:
Читайте нас: