Бер ваҡыт баҙарҙа эшләгән апайым күрше һатыусыға – Кавказ кешеһенә минең проблеманы һөйләгән. Ул иһә апайыма эвкалипт япраҡтарын тәҡдим иткән һәм ашҡаҙан сиренән дауа булған төнәтмәнең рецебын биргән.
Ҡыҫҡаһы, түбәндәге төнәтмәне эшләнем: 100 грамм эвкалипт япраҡтарына 0,5 литр араҡы һәм 0,5 килограмм бал һалдым, 21 көн ҡараңғыла тоттом. Унан көнөнә ике-өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ашар алданан ҡулландым. Был рецепты өйрәткән кеше ҡатнашма төрлө сирҙәрҙән дауа булыр, тип әйткән ине, ә ашҡаҙандың сей яраһынан дауаланғанда, артынан бер аҙ аҡ май ҡабып ебәрергә лә ҡушты. Миңә файҙаһы тейҙе, хәҙер ашҡаҙаныма зарланғаным юҡ.
Унан бер хеҙмәттәшемдең биш йәшлек ейәне йүтәлдән ныҡ яфаланыуын белеп ҡалдым. Эвкалипт ҡатнашмаһы тураһында уға һөйләнем дә үҙемдә булған төнәтмәне бүлеп бирҙем. Балаға яртышар сәй ҡалағы менән көнөнә ике тапҡыр биргәндәр, тиҙҙән йүтәл эҙһеҙ юғалған.
Шулай, таныштарым араһында эвкалипт төнәтмәһенең файҙалы үҙенсәлектәре тураһында хәбәр таралды. Кемдер үҙәк көйөүҙән, башҡаһы холециститтан ҡотолған: миңә рәхмәтле булдылар.
Әлбиттә, эвкалипт беҙҙең яҡтарҙа үҫмәй. Уны һүрәттән, интернет аша ҡарап була. Япраҡтарын, бик тырышҡанда, баҙарҙан йә дарыуханала табырға мөмкин.
Уның бик файҙалы үҫемлек икәнлегенә инандым. Эвкалипт ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ. Әлбиттә, һәр дарыуҙа сама кәрәк”, - тип яҙа уҡыусыбыҙ.
Эвкалипт урмандары күпселек осраҡта Австралияла үҫһә лә, Ер шарының төрлө континенттарында уның файҙалы үҙенсәлектәрен күптән беләләр, шуға төрлө илдәрҙә үрсетәләр. Әйткәндәй, йорт шарттарында ла орлоҡтан сәсеп үҫтерергә мөмкин. Уны һатып алыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай: дарыуханала, баҙарҙа табырға мөмкин, интернет аша яҙҙырып та алып була.
Эвкалипт япраҡтарының үҙенсәлекле еҫе бар, быға составындағы эфир майҙары булышлыҡ итә. Органик кислоталарға бай.
Эвкалипт менән боронғо замандарҙа уҡ Австралия аборигендары дауаланған, елһенеүгә, малярияға, биҙгәккә ҡаршы файҙаланған.
Үҫемлектең үҙенсәлектәре уникаль, уның антисептик сифаттары юғары, микробтарҙы юҡҡа сығара, ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, шуға төрлө сирҙәрҙе дауалауҙа ҡулланыла.