0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ни өсөн күҙ тартыша?

Кешенең өҫкө күҙ ҡабағы тартышһа, уның сәбәбен асыҡлайһы, тиҙерәк белге килә. Сәләмәтлек өсөн етди хәүеф тыуҙырмаһа ла, аралашыу, эшеңде сифатлы итеп башҡарыуға уның ныҡ ҡына ҡамасаулауы мөмкин. Был проблеманан ҡотолоу өсөн эш һәм ял тәртибен үҙгәртеү, тынысландырғыс дарыуҙар эсеү ярҙам итә.

Ни өсөн күҙ тартыша?
Ни өсөн күҙ тартыша?
Күҙ тартышыуына йыш ҡына стресс һәм нервы көсөргәнешлеге сәбәпсе булыуы ихтимал. Эштәге көйһөҙлөктәр, ғаиләләге ығы-зығы, борсолоуҙар ошо күңелһеҙ хәлгә төшөрөүе мөмкин. Башҡа сәбәптәрҙе лә ҡарап үтәйек.
Организмда кальций, магний микроэлементтары етешмәгәндә, баш мейеһе зарарланғанда, нервы системаһы ауырыуҙарына юлыҡҡанда, күҙ ҡабағы хәрәкәтен көйләгән мускул елһенгәндә лә күҙҙең тартышыуы мөмкин. Шулай уҡ йоғошло һәм онкология сирҙәре, күҙҙәрҙең ҡоролоғо, контактлы линзаны оҙаҡ ваҡыт кейеү, компьютерҙа оҙаҡ эшләү, алкоголь һәм ҡәһүә менән мауығыу ҙа сәбәпсе булыуы ихтимал.
Күҙ ҡабағы тартышыуы неврология сире менән дә бәйле (нервы тигы). Уның организмға бер ниндәй ҙә зыяны юҡ. Әммә был хәл йыш ҡабатланып, йәнгә тейә икән, сәбәбен асыҡлау өсөн табипҡа мөрәжәғәт итеү мөһим, сөнки уның тағы ла етдиерәк сирҙәргә – психик, онкология сирҙәренә, үҙәк нервы системаһы боҙолоуына бәйле булыуы ла бар.
Фото: etoglaza.ru
Автор:
Читайте нас: