0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмер — оҙон, хәтер — ҡыҫҡа...

Хәтер — баш мейеһенең мәғлүмәтте ҡабул итеү, эшкәртеү, һаҡлау һәм кәрәк саҡта иҫкә төшөрөү һәләте. Әммә ҡайһы саҡта хәтер һине ҡыйын хәлгә лә ҡалдыра: телефон номерҙары баштан сығып “оса”, таныш-тоношоңдоң исеме лә хәтерҙә юҡ, ҡайһы бер ваҡиғалар сылбырын аныҡ иҫләмәйһең... Нилектән хәтер “ҡартая”, уны яҡшыртып буламы?

Ғүмер — оҙон, хәтер — ҡыҫҡа...
Ғүмер — оҙон, хәтер — ҡыҫҡа...
Ни өсөн ул насарлана?
Йәш артҡан һайын хәтерҙең насарланыуы – тәбиғи процесс, унан ҡотолоп булмай. Беҙ уйлағанға ҡарағанда баш мейеһе иртәрәк ҡартая башлай, шуға күрә хәтерҙең насарланыуын иртәрәк иҫкәртеү отошло.
Балалыҡ һәм үҫмерлек — баш мейеһе һәм хәтерҙең ныҡ үҫешкән осоро. Сабыйҙарҙың хәтере “йомшаҡ” булғанға күрә, улар бәләкәй саҡтағы ваҡиғаларҙы хәтерләй алмай. Үҫмерлек мәлендә “эшсе” хәтер өсөн яуап биреүсе, ҡарарҙар ҡабул итеү һәм планлаштырыу өсөн һәләтле баш мейеһе ҡабығы әүҙем үҫешә. Шул арҡала үҫмер бөтә мәғлүмәтте һыу кеүек “эсә”, хәтерләү ҡеүәте арта.
 
20 – 25 йәштә...
Тап ошо осорҙа баш мейеһе юғары тиҙлектә һәм етештереү­сәнле эшләй. Был осорҙа уның ауырлығы уртаса 1,4 килограмм тарта. Был йәштәгеләр яңы мәғлүмәтте бик тиҙ үҙләштерә, телефон номерҙарын, исемдәрҙе яҡшы хәтерләй, һандарҙы тиҙ иҫәпләй. Баш мейеһенең ике өлөшөнөң дә үҙ-ара тығыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе был.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғалимдар әйтеүенсә, ошондай ырамлы, һөҙөмтәле осорҙа ла ҡайһы берәүҙәр мәғлүмәтте насар үҙләштерә. Күп осраҡта уның сәбәбе — бер юлы бер нисә бурыс­ты үтәргә тырышыуҙа. Ә фекер тарҡаулығы (үтекте һүндерергә, кәрәкле әйберҙе алырға онотоу һәм башҡалар) һәр йәшкә лә хас. Йәштәр айырыуса “онотоу сире”нә дусар, әммә был хәтерҙең етди насарланыуы менән бәйле түгел.
 

30 йәштә...
Был йәштә кешеләр әүҙем үҫеш осорон кисерһә лә, хәтерләү һәләте һүлпәнәйә бара. Ошо йәштә кеше тәү тапҡыр үҙендә онотоусанлыҡты тоя. Ун йыл һайын баш мейеһе күләме яҡынса ике процентҡа кәмей бара, нейрондар араһынд­ағы бәйләнеш йомшара, уҡыуға һәләтлелек һәм хәтер өсөн яуап биреүсе ҡабыҡ күҙәнәктәре үлә башлай. Был йәштә кешегә уҡыуы ла, яңыны үҙләштереүе лә бынан ун йылдағыға ҡарағанда ауырыраҡ бирелә.
Сит ил белгестәренең әйтеүен­сә, йөклөлөк осоронда һәм бала тыуғандан һуң өс ай дауамында ҡатын-ҡыҙҙың хәтере насарланыуы ихтимал. Гормондар фоны терге­ҙелгәндән һуң, хәтер сифаты яйға һалына. Ғалимдар әйтеүенсә, йәш әсәнең ваҡытлыса хәтере ҡаҡшауы бер кемде лә ҡурҡытмаһын, тәбиғәт үҙе барыһын да аҡыл менән көйләгән, был мөһим осорҙа ҡатындың бөтә иғтибары бары сабыйға йүнәлтелергә тейеш.
 
40 йәштә...
Был йәштә хәтерҙең ваҡытлыса “убылыу” осраҡтары күҙәтелә башлай. Мәҫәлән, банкомат эргәһендә торғанда кинәт картаның пин-коды иҫтән сығыуы йәки нимәлер эшләргә теләүең онотолоуы ихтимал. Бындай хәлдәр йыш ҡабатланһа ла, хәүеф юҡ, тип иҫәпләй табиптар. Ҡырҡ йәштән һуң баш мейеһе нейрондары араһында бәйләнеш йомшара, ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй юҡҡа сыға.
Ләкин күңелле яңылыҡ та бар. Был осорҙа кешелә фекерләү һығылмалылығы үҫешә, уны йыш ҡына тормош аҡылы байыуы тип тә атарға күнеккәнбеҙ. Кешенең баш мейеһе тирә-йүндәге үҙгәреш­тәргә яраҡлашырға өйрәнә. Ҡырҡ йәшлектәрҙең хәтере тарҡалыуын мейеләге дегенератив үҙгәреш тип ҡарарға ярамай, ул күберәк иғти­барһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек һөҙөмтә­һендә тыуа. Ғәмәлдә бик күп мәғлүмәтте иҫтә тоторға тырышыу арҡаһында хәтерҙән иң ябай, элементар әйберҙәр юҡҡа сыға.

Онотмаҫ өсөн мөһим мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға теркәп барыу — иң ҡулайлы ысул. Компьютерға йәки смартфонға түгел, ә ҡағыҙға үҙ ҡулың менән яҙырға кәрәк, ти табиптар, сөнки уларҙың фекеренсә, моторика һәм хәтер араһында туранан-тура бәйләнеш бар.
Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн тағы бер ысул бар — һәр әйберҙе үҙ урынына ҡуйыу. Көн дә асҡы­сығыҙҙы эҙләп йөҙәйһегеҙ икән, уны көн дә бер генә урынға ҡуйып ғәҙәтләнегеҙ.
 
50 йәштә...
Илле йәштән һуң баш мейеһе күҙәнәктәрендә ҡан әйләнеше насарлана башлай, ҡыҫҡа ваҡытҡа кәрәкле мәғлүмәт һаҡлау өсөн яуап­лы мейе ҡабығы бәләкәйләнә.
Был осорҙа ҡыҫҡа ваҡытлы хәтер насарлана, әммә кеше йәш сағындағы мәғлүмәтте бик яҡшы иҫләй, шуға күрә илле йәшлектәр кроссвордтарҙы тиҙ сисә, интеллектуаль викториналарҙа уңышлы сығыш яһай. Бындай аҡыл әүҙемлеге ир-атта – 50 – 55, ә ҡатын-ҡыҙҙа 60 йәштә лә асыҡ сағыла.
 
60 йәштә...
Был осорҙа мейенең төрлө өлөштәре араһында бәйләнеш йомшара, шуға күрә хәтер ҙә яйлап тарҡала. Ҡайһы ваҡыт кеше таныштарының исемен иҫләй алмай, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе онота. Күпселек осраҡта бының сәбәбе — нейрон бәйләнештәренең тәбиғи йомшарыуы, шуға күрә фекер туплау ауырлаша.
 
70 йәштә...
Белгестәр әйтеүенсә, 25 йәшлек егеткә һәм 70 йәшлек өлкән кешегә ун предметтан торған исемлек бирһәң, йәш кешенең бөтәһен дә атауы, ә өлкән кешенең ни бары бишеһен генә иҫтә ҡалдырыуы ихтимал.
Был йәштә визуаль хәтер насарлана, әммә ололар кисәгегә ҡарағанда бынан 25 йыл элек булған ваҡиғаны яҡшыраҡ хәтерләй. Белгестәр был феноменды хис-тойғо хәтеренең ныҡлығы менән аңлата.
 
80 йәштә...
Был осорҙа хәтер ныҡ ҡына ҡаҡшаһа ла, һәр кем деменцияға йәки Альцгеймер сиренә дусар тип уйларға ярамай. Белгестәр билдәләүенсә, еңел аҡыллылыҡ 80 йәште уҙғандарҙың һәр алтынсыһында ғына күҙәтелә. Был йәштә хәтерҙең юғалыу сәбәптәре — баш мейеһендә ҡартайыу менән бәйле үҙгәрештәрҙә.
 
Ә нисек нығытырға?
Типһә тимер өҙөрҙәй йәштә лә хәтер яйлап насарлана бара. Был — физиологик процесс, уны туҡтатып та, иҫкәртеп тә булмай. Әммә һәр йәштә уны яҡшыртыу өсөн әмәлдәр, ысулдар етерлек.
Бала саҡта аҡылды үҫтереү уйындарына ылыҡтырыу, бер эште башҡарыуға ғына иғтибарҙы туплау, йоҡоно һәм ялды дөрөҫ ойоштороу, яҡшы туҡланыу һәм физик әүҙемлек — хәтерҙе яҡшыртыусы иң мөһим ғәмәлдәр.
Егерме йәшлектәр өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә берҙәй файҙалы, мөһим кәңәштәр бар. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе — физик әүҙемлек. Ҡартайыу осоронда баш мейеһе яңы нейрондар етештереп сығарыу һәләтен юғалта, шуға күрә хәтер функциялары кәмей.
Һуңғы фәнни тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, физик күнегеүҙәр баш мейеһендә яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килеүен әүҙемләш­терергә һәләтле тип табылды. Физик әүҙемлек ағзаларға ҡан килеүен шәбәйтә, хәтер үткерлеген һаҡлауға булыша. Баш мейеһе яҡшы эшләһен өсөн көн дә саф һауала йөрөргә кәрәк.
 
Фото: dzen.ru
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2019-10-25/mer-o-on-h-ter-y-a-611388
Автор:
Читайте нас: