0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөтә сир - нервынан

Нервы ауырыуҙарының килеп сығыуын кешелек донъяһының төрлө дәүерендә төрлөсә аңлатырға тырышҡандар. Халыҡта был хәлде «зәхмәт ҡағылыу», «боҙом» тип тә йөрөткәндәр. Хатта әле лә нервы ауырыуҙарын дөрөҫ аңламаусылар бар.

Бөтә сир - нервынан
Бөтә сир - нервынан

Ғалимдар нервы сирҙәрен юғары нервы эшмәкәрлегенең боҙолоуы тип иҫбатлаған. Ул баш мейеһенең төрлөсә зарарланыуынан боҙола икән. Был ваҡытта ярһыу һәм тотҡарланыу процестары, рефлекстар яһалыу патологик үҙгәрештәргә алып килә. Мәҫәлән, баш мейеһенең төрлө йоғошло һәм йоғошһоҙ ауырыуҙар менән (киҙеү, ревматизм, туберкулез) ауырыуы нервы күҙәнәктәрен һәләк итә, нервы тамырҙарындағы үткәреүсәнлекте боҙа. Организмдың теләһә ниндәй ауырыу кисереүе нервы системаһында үҙгәрештәр тыуҙыра, уның көсөн ҡаҡшата. Бөгөн нервы системаһын ҡаҡшатыусы ҡайһы бер ауырыуҙар хаҡында һөйләмәксебеҙ.
Киҙеү тын юлдарына вирустар эләгеү аша йоға. Ул тын юлдарын, ҡан тамырҙарын, эске органдарҙы боҙа. Сир ваҡытында йыш ҡына баш мейеһе лә шешә. Күптәр был хаҡта хатта белмәй ҙә. Грипп етди ауырыу түгел тип, аяҡ өҫтө үткәрәләр. Һөҙөмтәлә ул нервы системаһын ҡатмарланыуҙарға дусар итә. Энцефалит кеүек ауырыу тыуҙыра.
Бруцеллез ауырыуын кешеләр хайуандарҙан йоҡтора. Был сир ваҡытында бөтә нервы системаһы зарарлана. Ул төрлө невриттар, радикулит формаһында ла үтергә мөмкин.
Ангинаны тамаҡ ауырыуы тип кенә ҡарау ҙур хата. Ғәмәлдә күптәр уны ваҡытында дауаламау арҡаһында ревматизм ауырыуы эләктерә. Йәш үҫмерҙәрҙә ревматизм йышыраҡ баш мейеһен зарарлай һәм уларҙа хорея тип аталған етди нервы ауырыуы барлыҡҡа килтерә.
Йәш балаларҙа дифтерия, скарлатина ауырыуҙары ҡатмарланған саҡта ла нервы тамыр­ҙары шешеүе ихтимал.
Венерик ауырыуҙар ҙа кешене ауыр нервы сиренә дусар итә. Был мәлдә кешенең хатта аҡылы зәғифләнә.
Баш һәм арҡа мейеһе йәрәхәте, ғәҙәттә, баш һөйәге, умыртҡа бағанаһы бәрелеү, һуғылыу ваҡытында йыш осрай.
Баш мейеһе контузияһы, мейе һелкенеү, арҡа мейеһе өҙөлөү, нервы тамырҙарының тартылыуы – йәрәхәттәрҙең иң йыш таралған төрҙәре. Баштағы йәрәхәт әллә нисә йылдан һуң да үҙен һиҙҙерергә мөмкин. Ғәҙәттә, ул кеше ял режимын боҙғанда йәки спиртлы эсемлектәр эскәндә килеп сыға. Был ваҡытта берәүҙәрҙә – көҙән йыйырыу, аяҡ-ҡулдарҙың көсһөҙләнеүе, икенселәрҙә хәлһеҙлек, баш ауыртыу, хәтерҙең насарайыуы күҙәтелә.
Нервы ҡаҡшауы эске органдар ауырыуы ваҡытында ла күҙәтелә. Мәҫәлән, ашҡаҙандың сей яраһы нервы системаһының тиҙ ярһыуына килтерә. Шундай уҡ хәл бауыр ауырыуы, ҡалҡан биҙенең үҫеүе ваҡытында осрай. Был осорҙа кешене йоҡоһоҙлоҡ, эс бошоу, күңел төшөнкөлөгө биләп ала. ҡайһы ваҡыт теге йәки был дарыуҙы табип күрһәтеүенән башҡа ҙур доза­лар­ҙа ҡабул итеү ҙә нервы системаһын ҡаҡшата.
Нервы ауырыуҙары йыш ҡына ҡан тамырҙары ауырыуынан да килеп сыға. Гипертония (ҡан баҫымы күтәрелеү), артериосклероз (ҡан тамыр­ҙарының ҡатыуы) баш мейеһенең туҡланыу процестарын боҙа, уның эшмәкәрлеген түбәнәйтә.
Нервы системаһының һау-сәләмәт булыуында дөрөҫ туҡланыу ҙа ҙур роль уйнай. Аҙыҡтың аҡһымға, майға, углеводҡа һәм витаминдарға ярлы булыуы йәки туҡланыу режимын боҙоу организмды хәлһеҙләндереү менән бергә нервы системаһын да ҡаҡшата. Нервы системаһы бигерәк тә В витамины етешмәүгә бик һиҙгер. Был ваҡытта төрлө полиневриттар килеп сыға, хатта ҡулда фалиж күҙәтелә, юғары нервы эшмәкәрлеге ҡаҡшай.

Фото: cont.ws

Автор:
Читайте нас: